Башҡортостанда ярҙам күрһәтеү үҙәктәре булдырыла

Башҡортостанда ярҙам күрһәтеү үҙәктәре булдырыла

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү үҙәктәре булдырыла. Бөтә төр ярҙамдарҙы берләштергән “нөктәләр” Стәрлетамаҡ миҫалында тағы 3 ҡалала ойошторола. Был турала Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. 21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә республикала бихисап саралар үтә, уларҙа әүҙем ҡатнашырға кәрәк тигән кәңәш менән асып ебәрҙе Радий Хәбиров Оператив кәңәшмәне. Медицина, транспорт, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса үткән аҙнаға оператив мәғлүмәттәр еткереү менән бер рәттән республикалағы һәм республика өсөн мөһим сара-ваҡиғаларға байҡау яһала. Уларҙың береһе “Рашн Тревел Эвардс” бөтә Рәсәй туристик премияһынан ҡайтҡан ҡыуаныслы хәбәр. Санкт Петербургта үткән форумда Башҡортостан 4 номинацияла призлы урын алған. Республиканың туризмды үҫтереү өсөн башҡарған эштәре юғары баһаланған. Ошондай уҡ баһаны 3 төбәк етәксеһенә лә еткергәндәр, улар иҫәбендә Радий Хәбиров бар. Иғтибарға лайыҡ хәбәр Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон менән бәйле. Владимир Путин Указы менән 13 яугир яҡташыбыҙ “Ҡаһарманлыҡ” ордены, 16 кеше “Батырлыҡ” миҙалы, 4 егет “Суворов” миҙалы һәм тағы 4 яҡташыбыҙ “Жуков” миҙалы менән наградланған. Ике аҙна эсендә Өфөлә, Нефтекала һәм Сибайҙа Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары өсөн ярҙам үҙәктәрен асыу бурысы ҡуйылды. Стәрлетамаҡта ул һынау рәүешендә ай башында ғына эшләй башлаған һәм кәрәклеген иҫбатлаған. Үҙәк хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә медик, психологик һәм юридик ярҙам күрһәтә, документтар юллау кеүек башҡа мәсьәләләрҙе лә хәл итеүҙе ойоштора. Гуманитар ылауҙар ҙа бер урынға тупланасаҡ. Төп сығыштарҙың береһе Милли проекттар үтәлешенә бәйле ине. Доклад менән вице-премьер Илшат Тажетдинов сығыш яһаны. 2022 йылда Башҡортостанда был маҡсатҡа 50 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән. Аҡсаларҙың 97 ярым проценты тотонолған. Ошо күрһәткес буйынса беҙ юғары баҫҡыстарҙа тиелде докладта. Милли проекттар ярҙамы менән 27 объект төҙөлгән, 68 меңдән ашыу ғаилә яңы тыуған бала өсөн ай һайын пособие алған, 55 ФАП файҙаланыуға тапшырылған, 3 мең берәмектән ашыу медицина ҡоролмаһы һәм дауаханалар өсөн 90 автомобиль һатып алынған, 216 “Үҫеш нөктәләре” асылған. Быйылға 35 миллиард һум бүлеү ҡаралған, ғәмәлдә был сумма йыл дауамында арта барасаҡ тиелде. Радий Хәбиров милли проекттарға бүленгән суммаларҙы һөҙөмтәле файҙаланып, барлыҡ процедураларҙы үҙ ваҡытында башҡарыу бурысын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер мәсьәлә – аҙыҡ-түлек эшкәртеү күләме хаҡында. Ҡош ҡорт ите, он аҙығы, сыр, йәшелсә етештереү һәм эшкәртеү Башҡортостанда етерлек кимәлдә түгел. Ә бына һөт, шәкәр, ит һәм картуф үҙебеҙгә кәрәгенән артыҡ етештерелә тине үҙ сығышында Ауыл хужалығы министры. Волга буйы федераль округында аҙыҡ-түлек эшкәртеү күләме буйынса Башҡортостан ни бары 5-се урында. 1-се баҫҡыстағы Татарстанда мәҫәлән, етештерелгән аҙыҡ күләме беҙҙекенән ике тапҡырға күберәк. Радий Хәбиров ң тармаҡ алдында кәмендә өсөнсө урынға сығыу бурысын ҡуйҙы. Алда Ватанды һаҡлаусылар көнө. Был байрам әлеге шарттарҙа айырыуса мөһим. Уны ойошҡанлы һәм лайыҡлы итеп үткәреү бурысын алды хакимиәт башлыҡтары. Радий Хәбиров махсус операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәр, уларҙың яҡындарын был көндәрҙә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Бигерәк тә мәрхүм яугирҙәребеҙҙең туғандарын...