Урман-Бишҡаҙаҡта - Яулыҡ байрамы

Урман-Бишҡаҙаҡта - Яулыҡ байрамы

Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында Яулыҡ байрамы уҙҙы. Ул – башҡорттарҙа киң таралған баш кейеме. Уның төрҙәре лә, атамалары ла бихисап. Ойошторолған күргәҙмәлә генә 300-ҙән ашыу өлгө тәҡдим ителгәйне. Урман-Бишҡаҙаҡҡа яулыҡ байрамына төрлө ауылдарҙан ағинәйҙәр йыйылды. Улар әсәй-өләсәйҙәр, ҡәйнәләренән ҡалған зиннәтле ҡомартҡы итеп һандыҡ төптәрендә һаҡлаған боронғо яулыҡтарын алып килгән. Күргәҙмәлә француз яулығынан алып, замансаларына тиклем 300 төр өлгө күрергә мөмкин ине. Сараның төп маҡсаты – яулыҡ бәйләүҙең мөһимлеген һәм әһәмиәтен иҫкә төшөрөү, ти Фәйрүзә Арыҫланғәлина. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйе Рима Хәмиҙуллина ғалимә өләсәһенән һәм әсәһенән ҡалған, күҙ ҡараһындай һаҡлаған боронғо яулыҡтарын килтергән. Бынан тыш, ул үҙе лә мамыҡ шәлдәр, селтәрҙәр бәйләй. Байрамға йыйылған ағинәйҙәр ошо яулыҡтарҙы ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре лә ҡомартҡы итеп һаҡлар тигән ышаныста. Сөнки яулыҡ – ул баш кейеме генә түгел, мосолман ҡатын-ҡыҙының иманлылығын, тәрбиләлеген билдәләүсе, һаҡлаусы ҡалҡаны булып тора, тип иҫәпләй улар. Сара халҡыбыҙҙың йолалары, уйындары һәм йыр-моң менән үрелеп барҙы.