Башҡортостандың боҙ батырҙары мотоярыштарҙың Рәсәй чемпионатында етенсе этапҡа әҙерләнә. Был баҫҡыста беҙҙең командаға еңеүселәр исемлегендә ныҡлы урын алырға кәрәк. Өфөләге ярыштарҙың ике этабында ла Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге тәрбиәләнеүселәре иң яҡшы һөҙөмтәне күрһәтте. Көндөң февраль өсөн һалҡынса булыуына ҡарамаҫтан Өфөнөң “Строитель” стадионында көйәрмәндәрҙең олоһо ла, кесеһе лә дәррәү алҡыштар яңғырата. Башҡортостан менән Өфө спорттың был төрөнә ярты быуаттан ашыу тоғро. Был ярыштар ғәҙәттән тыш тантананан башлана. Мотоуҙыш көйәрмәндәренә данлыҡлы яҡташыбыҙ Николай Красников үҙе оло спорт менән хушлашырға, тигән ҡарарын иғлан итә. Донъя күләмендә чемпион дәрәжәһен 20 тапҡыр яулаған һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, тип танылған Николай Красниковҡа спорт министры Руслан Хәбибов “Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем билдәһе менән таныҡлыҡ тапшыра. Данлыҡлы спортсы үҙенең яңы хеҙмәттәге бурысын Ватан өсөн спорт ҡаҙаныштары кеүек үк мөһим икәнен белдерә. Тере легенда, тип ҡабул иткән клубташының васыятын яҡлағандай Башҡортостан командаһы Рәсәй беренселегенең бишенсе һәм алтынсы этаптарын уңыш менән үтеп сыҡты. Тыуған боҙҙа ярышҡан өсөн генә түгел. Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге үҙәк вәкилдәре илдә алдынғылар рәтендә. Ике көн барған ярыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан мотоуҙышсылары 28 мәрәй менән беренсе урынға сыҡты. Уларҙан ҡала Шадринскиҙың «Торпедо-ШААЗ» командаһы, өсөнсө урында 26 мәрәй туплаған Мега-Лада» спортсылары. Бөгөнгә һигеҙ этаптың алтыһында 34 мәрәй йыйып “Башҡортостан” командаһы лидер дәрәжәһен нығытты. Чемпионаттың Шадринскиҙа үтәсәк йомғаҡлау этаптарына иң ҙур өмөттәр бағлана. Сағыу көн, мөкиббән спортсылар, тоғро көйәрмәндәр барҙа Өфөлә боҙҙағы ярыштар дауам итә. Башҡортостандың боҙ батырҙары тик еңеүгә иҫәп тота.
Башҡортостандың боҙ батырҙары
Башҡортостандың боҙ батырҙары