Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, унда беҙҙең республиканың номерҙары менән Вольво маркалы автомобиль юғары тиҙлектә йөк машинаһы менән бәрелешкәйне. Һөҙөмтәлә, 5 кеше һәләк булған. Авария М-7 трассаһының 863-сө километрында теркәлде. Еңел автомобиль “Скания” маркалы фураның ҡаршыһына килеп сыҡҡан. Фажиғә йөк машинаһындағы видеорегистраторға теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Вольво”ның водителе руль артында йоҡлап киткән. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Татарстанда полиция хеҙмәткәрҙәре ҙур юл-транспорт фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай
Тулыраҡ: Татарстанда полиция хеҙмәткәрҙәре ҙур юл-транспорт фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай