Иҫәпкә бар, һанға юҡ

Тулыраҡ: Иҫәпкә бар, һанға юҡ

Өфөнөң Калинин районында төҙөлгән 40-тан ашыу йорт хужаһы сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа тик өҫтәмә исемлек буйынса ҡатнашасаҡ. Адресы булмаған кешеләрҙең михнәттәре бының менән генә сикләнмәй. Заман ҡаҙаныштарының бихисап төрөн көнкүрештә файҙаланыр өсөн дә урам атамаһы менән йорт-фатир һаны кәрәк. Адресым урам да, йорт та түгел, минең адресым ошо ауыл. Өфө ҡалаһы, Калинин районы, Федоровка. Ошо юл билдәһенән ары төҙөлгән йорт хужалары адресында урам атамаһы ла, йорт һаны ла юҡ. Аныҡ адрес булмағас телефон, телевидение, интернет селтәре үткәреү ҙә, электрға тоташтырыу тураһында килешеү төҙөү ҙә, такси йә тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртыу ҙа мөмкин түгел, ти Асия Хәмзә ҡыҙы. Федоровкала йорт һатып алғанда ул ошондай ҡатмарлыҡтарға тарырын уйламаған да. Иҫәпкә бар, һанға юҡ квартал халҡы үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы үтенеп хакимиәткә лә, ҡаланың баш архитектура идаралығына ла мөрәжәғәт итә. Яуап бер – адрес бирер шарттар үтәлмәгән. Йорттар законһыҙ төҙөлгән.

Өфөнөң баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илдар Хәбибуллин йорт хужаларының рөхсәт ҡағыҙҙарын нисек алғанына ғәжәпләнеү генә белдерҙе. 2008 йылда Башкиргражданпроект төҙөгән документтарға ярашлы Федоровканың был өлөшө башҡаса урынлашырға тейеш була. Бөгөн төҙөүселәр хатаһын төҙәтеү өсөн ваҡыт һәм яңыртылған проект кәрәк.

Федоровканың ғәмәлдәге йорт хужалары көтә. Мәсьәләне хәл итеү өсөн ваҡыт ҡына талап ителә икән, тиҙ ярҙам машинаһын юл билдәһе эргәһендә әләм менән ҡаршыларға ла, депутаттарҙы өҫтәмә исемлек буйынса һайларға ла риза, тиҙәр. Власҡа ышанысын улар әле юғалтмаған.