Республикала йәшәү минимумы күләмен арттыралар

Тулыраҡ: Республикала йәшәү минимумы күләмен арттыралар

Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Был юлы йәшәү минимумының күләме 1,5 процентҡа артып һигеҙ мең һигеҙ йөҙ утыҙ туғыҙ һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, 80 йәштән өлкән яңғыҙ пенсионерҙар өсөн капиталь ремонт өсөн компенсация хаҡы үҙгәрә. Алты ҡаттан түбән йорттарҙа йәшәүселәр өсөн 85 һум, ә унан бейек йорттарҙа көн итеүсе оло йәштәгеләр өсөн 95. Компенсация алыу өсөн өҫтәлмә ғариза яҙыу кәрәкмәй.