“Миндуль”, беҙҙеңсә “бәпембә” тип аталған тайфун Токиоға ҡойма ямғырҙар һәм көслө дауыл алып килде. Ул сәғәтенә 35 кимлометр тиҙлек менән төньяҡ-көнбайышҡа табан хәрәкәт итә. Властар 560 мең кешегә эвакуацияланырға тәҡдим итә. Сәйәхәтселәр ҙә тәбиғәт ғәрәсәтенән ҙур ғына зыян күргән. Токиола ғына түгел, Японияның үҙәк өлөшөндә тимер юл хәрәкәте тотҡарланған. Аэропорттарҙа 500-ҙән ашыу самолет юлғы сыҡмаған, шул иҫәптән халыҡ-ара рейстарҙа бар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 10 кеше еңел йәрәхәттәр алған.
13 йәшлек үҫмер яңғыҙы Мысырҙан Италияға барып еткән. Үҙенең ғүмеренә ҡурҡыныс янаһа ла, был сәйәхәткә ул 7 йәшлек туғанының ғүмерен ҡотҡарыу өсөн сыҡҡан. Был хәбәр бөтә Италия халҡын тетрәндергән, һәм мәрхәмәтле кешеләр сәйәхәтсе үҫмерҙең туғанын дауалау өсөн аҡса йыя бшлаған, ә Мысырҙа ҡалған ғаиләһе ауырыу малай менән бергә властар ярҙамында Италяға осҡан. Илдәге күп кенә ғаиләләр уларҙы үҙҙәрендә урынлаштырырға теләк белдергән.
Исландия туристарға “осоусы балыҡтар” менән һыу аҫты донъяһына сәйәхәт тәҡдим итә. Кешеләр күпләп тап ошо үҙенсәлекле ял өсөн был илгә юл тота. Сағыу томшаҡлы тупик тигән ҡош пингвинга оҡшап тора, ул арктик утрауҙың хазинаһы һанала. Элегерәк ҡоштарҙы ситтән күҙәтеп, фотоға төшөрөргә генә яраһа, хәҙер инде һыу аҫтына сумып, улар менән бергә йөҙөргә мөмкин.