Унда бер нисә ҡурғанда боронғо кешеләрҙең ҡалдыҡтары һәм керамика табылды. Күп кеше ерләнгән урын изге тип һаналған. Сөнки, унда бер нисә быуат дауамында ерләгәндәр. Ҡаҙыу эштәрендә Михаил Кильтюшов ирекмән булараҡ ҡатнаша. Уның билдәләүенсә, иртә бронза быуаты ваҡытында мәрхүмдәрҙең янына төрлө биҙәүестәрҙе һалмағандар. Ғәҙәттә, аш-һыу менән ҡуша ерләгәндәр. Мәҫәлән, был ҡәберҙә көршәккә һалынған ҡош ҡанаты булған. Әйткәндәй, бөтә ҡурғандарҙа ла һауыт-һаба бер-береһенә оҡшамаған. Үкенескә, уларҙың күбеһе шул килеш һаҡланмаған.
Силәбенән килгән ғалимдар бында уҙған йылдан алып эшләй. 2015 йылда Көнъяҡ Урал университеты вәкилдәре беренсе ҡурғанды өйрәнде. Унда баланың ҡәбере табылды. Был юлы икенсеһендә, ә уның диаметры 32 метр, ике кешенең ҡалдыҡтары асыҡланды.
Борон ҡурғандарҙы йыш талағандар. Был юлы ла ғалимдар ҡиммәтле биҙәүестәргә юлыҡманы.
Был ҡурған пирамидаға оҡшаған итеп төҙөлгән. Уның оҙонлоғо 25 метр, бейеклеге 2-3 метр самаһы. Төбөн иһә бураған булғандар. Ғалимдар билдәләүенсә, бындай ҡәберҙәр бик һирәк. Өсөнсө ҡурған иһә түңәрәк формаһында. Бында археологтар бай табылдыҡтарға осраны. Мәҫәлән, биш ҡәберҙең береһе генә Сармат осорона ҡарай. Белгестәр әйтеүенсә, тап шул кеше өсөн ҡурған эшләнгән. Әйткәндәй, ғалимдар был ҡурғандарҙы оҙаҡ эҙләгән.
Уҙған быуаттарҙа төҙөлгән карталар ҙа был фекерҙе дәлилләй. Ғалимдарҙың уйҙары раҫланғас, ҡаҙыныуға рөхсәт бирелгәс, улар кисекмәҫтән эшкә керешә.
Миәкә районында археологтар бай асышҡа юлыҡты. Әммә, төбәк яҡшылап өйрәнелмәгән. Бында һуңғы тапҡыр 60-70-се йылдарҙа ҡаҙыныу эштәре алып барылған. Хәҙер, 30 ҡурғандың күпселеге ерҙәрҙе һөрөү арҡаһында емерелеп бөткән.
Ҡаҙыныу эштәре 25 августҡа тамамланыр тип көтөлә. Һуңынан табылған әйберҙәр ентекле өйрәнеү өсөн Силәбе лабораторияһына оҙаталар. Уның һөҙөмтәләре апрель аҙағына тиклем Рәсәй фәндәр академияһының Археология институтына тапшырыла. Белгестәр әйтеүенсә, яңы асыштар фән өсөн мөһим роль уйнаясаҡ.