Өфөлә йәшәүсе Петр Петров Рәсәйҙәге иң ҙур шәжәрә төҙөгән. Һәм ул әленән-әле тулыланып тора. Тыуған ауылының тарихын белеү теләге эҙләнеүсенең ғүмерлек шөғөлөнә әйләнә.
Етенсе быуынында туғанлыҡ ептәре бәйләгән ҡәрҙәшен табыуға Петр Петров шатланыуын йәшермәй. Осраҡлы ғына танышып, аралаша башлағас, улар, ысынлап та, туғандар икәне асыҡлана.
Петр Петров, көн һайын тиерлек яңы туғандарын табып тора. Әле уларҙың һаны 68 меңгә барып еткән. Был 20 йыл эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе.
Үҙенең генә түгел, ә ҡатынының һәм өҫтәлеп торған бөтә яңы туғандарының да нәҫел ебен барлай ул. Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һаналған шәжәрәне ҡағыҙға төшөрөп бөтөүе лә мөмкин түгел. Бөтә мәғлүмәт электрон вариантта һаҡлана. Ә был бүлмә иҙәненә түшәлгән ҡағыҙға тик өс мең генә исем һыйған.
Был ағастың тамырҙары Ҡырмыҫҡалы районының Николаевка ауылында башлана. Урындағы халыҡтың бөтәһе лә тиерлек Петр Иванович төҙөгән шәжәрәгә ингән.
Тарих өсөн, ауыл халҡы өсөн уның хеҙмәтенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әммә үҙе Петр Петров төп байлыҡ тип ағинәйҙәрҙе атай. Сөнки улар менән биш минут аралашыу эсендә туплаған мәғлүмәт, айҙар буйына архивтарҙа ултырыу менән тиң, ти ул. 97 йәшен ҡыуған Агафья Йәнтүрәева ауылдағы иң өлкән кеше. Быуат элек булған ваҡиғаларҙың шаһитынан хәтирәләр ишетеү күпкә ҡыҙыҡлыраҡ, бай һәм тормошсан мәғлүмәт бирә.
Стендап. Тыуған ауылының тарихын белеү теләге Петр Ивановичтың ғүмерлек шөғөлөнә әйләнә. Ошо Николаевка ауылында ғына туғандарын түгел, ә бөтә донъя буйлып таралған быуындар сылбырын төҙөй һәм 68 мең исемдә ғына туҡталып ҡалмай, артабан да нәҫел ептәрен барлап, китап сығарырға уйлай ул.