"Рәсәйҙе һаҡлау эшендә беҙ барлыҡ хоҡуҡ менән бурыстарҙы берләштереп көйләргә лә, иң юғары бер тарихи хоҡуҡҡа — Рәсәйҙен көслө ҡеүәте хаҡына йүнәлтергә тейеш”. Ил президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Столыпиндың һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Украиналағы низағтар, ғәскәр тупланған, ҡорбандар һаны артҡан өсөн бар яуаплылыҡ көнбайыш элиталарында. Ил президенты Федераль Йыйылышҡа йылдағы мөрәжәғәтнамәһен башлап тәү сиратта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ватандаштарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлау зарурлығына туҡталды. һәр яугир һәм ветерандың ғаиләһе иҫәпкә алынып, шәхси ярҙамсы тәғәйенләнергә тейеш. Бынан тыш хәрбиҙәр өсөн даими ял көндәре раҫлана. Ил президенты “Махсус операция биләмәһендәге хеҙмәт сәләмәтлек һәм ғүмер өсөн хәүеф шарттарында атҡарыла. Хәрбиҙәргә 14 көнлөк даими отпуск билдәләү мотлаҡ. Был ваҡыт иҫәбенә юлда үткән көндәр инмәй, тип белдерҙе. Оборона сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре лә тәү иғтибар үҙәгендә. Мохтаждар ҡуртымға льготалы торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. Махсус программа буйынса ҡуртымға бирелгән торлаҡтың хаҡы баҙар хаҡынан түбәнерәк буласаҡ, сөнки түләүҙәрҙең бер өлөшөн дәүләт үҙ иңенә ала. Илдә сәнәғәт ипотекаһы бойомға ашырыла башлай. Владимир Путин бизнесты Рәсәйҙә эш ойошторорға саҡыра. Ил иҡтисадын үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр асыла. Бөгөн һәр кем ваҡыт талаптарын файҙаланып бар тырышлыҡты яңы заманса заводтар ҡорорға, юлдар һалырга, мәктәп, балалар баҡсалары асырға ынтылһын. Ил президенты фекеренсә, уртаҡ уңышҡа өлөш индереү мөһим. Владимир Путин Дәүләт Думаһын кешеләргә ил эсендә аҡса эшләү мөмкинлеген раҫлаған закон проектын тиҙләтергә саҡырҙы. Эшҡыуарҙарға илдә килем алыу шарттарын тәьмин итергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың йыйған аксаһын һаҡлауға гарантия мотлаҡ. Дәүләт ижади башланғыстарҙың һәммәһен яҡлай, мәҙәниәт изгелек һәм аһаңгә буйһонорға тейеш. Беҙҙең һәләтле һәм зирәк йәштәр ил мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә әҙер. Ә Донбасс менән Новороссияла тыуып-үҫкән һәм улар өсөн көрәшкән быуын төбәктәрҙең үҫеш терәгенә әйләнергә тейеш. Владимир Путин йәштәр Рәсәйҙең ҡеүәтен белһен өсөн мәктәп һәм вуз уҡыу курстары сифатын күтәрергә тәҡдим итә. Техникум һәм колледж тамамлаусыларға ла талаптар юғары. "Киләһе биш йылда дәүләттең именле һәм конкуренцияға ҡаршы һәләтен тәьмин итер өсөн бер миллион эшсе һөнәрмән әҙерләп сығарырға кәрәк"-, тип белдерҙе ил президенты. Юғары белем биреү йорттарында иһә президент ғәҙәттәге белем үҙләштереү ваҡытына - 4-6 йыллыҡ укыуға ҡайтырға тәҡдим итә. Дәүләт етәксеһе 1 ғинуарҙан иң түбән хеҙмәт хаҡы кимәлен 19.5 процентҡа өҫтәмә күтәрергә тәҡдим итте. 2024 йылда Хеҙмәт хаҡының иң түбән кимәле 19242 һумға етәсәк. Владимир Путин Рәсәйҙең яңы биләмәләрендә әсәлек капиталын үткән йылдарҙан иҫәп алып түләргә лә тәҡдим итте. Рәсәйҙә әсәлек капиталы 2007 йылдан түләнә, яңы төбәктәрҙә лә шулай булырға тейеш. Ирекле пенсия йыйылмаларына страховка яҡлауы күләмен президент 2 миллион 800 меңгә еткерергә тәҡдим итте. Төбәктәрҙе үҫтереүгә Владимир Путин тәҡдиме менән өҫтәмә саралар бүленәсәк. Транспорт, коммуналь һәм башҡа инфраструктура үҫешенә 250 миллард һум йүнәлтеләсәк.
Ил президентының йылдағы мөрәжәғәтнамәһенә байҡау
Ил президентының йылдағы мөрәжәғәтнамәһенә байҡау