Ул 1999 йылда ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән булдырылды. Быйыл сара уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә ойошторолдо. Был көнгә ҡарата Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө» тип аталған әҙәби осрашыу үтте. Милли әҙәбиәт музейы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә күренекле шағирҙар Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Ғабдулла Туҡай, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айытматовтың ижади эшмәкәрлегенә арналған сара әҙерләгән. Әҙәби осрашыуҙа Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, телсе ғалимдар, милли –мәҙәни үҙәк етәкселәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны. Төп тема - туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, халыҡтар араһындағы мәҙәни бәйләнеште үҫтереү. «Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө» әҙәби осрашыуы «Әҙәби гөлләмә» фестивален асып ебәрҙе. Фестиваль Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу өсөн шарттар булдырыу буйынса дәүләт сәйәсәте сиктәрендә йыл дауамында уҙасаҡ һәм 12 декабрь башҡорт теле көнөндә йомғаҡ яһау менән тамамланасаҡ.
Бөтә донъяла Халыҡ-ара туған телдәр көнөн билдәләнде
Бөтә донъяла Халыҡ-ара туған телдәр көнөн билдәләнде