Башҡорт филологияһы факультетына 30 йыл

Башҡорт филологияһы факультетына 30 йыл

Байрам көнөндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Сараның туған телдәр көнөнә тап килеүе осраҡлы түгел, сөнки бында башҡорт телен уҡытыу һәм үҫтереүгә төп көс һалған башҡорт теле уҡытыусылары әҙерләнә. Юбилей уңайынан уҡыу йортонда байрам ойошторолдо. Сараға факультетты тамамлаған, бөгөнгө көндә уҡып йөрөгән студенттар, ветеран уҡытыусылар һәм билдәле сығарылыш студенттары йыйылды. 1992 йылда, башҡорт дәүләт педагогия университеты көндөҙгө бүлеккә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса беренсе студенттарын ҡабул итә. Ә 1994 йылдан был факультетта ситтән тороп белем алыу бүлеге асыла. 30 йыл дауамында эшләп килгән факультетҡа бөгөн дә ҙур теләк менән белем алырға киләләр.