Өфө ҡотҡарыусылары Төркиәнән ҡайтты

Өфө ҡотҡарыусылары Төркиәнән ҡайтты

Был дәүләттә ер тетрәү арҡаһында зыян күреүселәргә Башҡортостандың махсус отряды ярҙам ҡулын һуҙҙы. Улар Хатай провинцияһында эшләне. Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отрядынан Андрей Жерновков өсөн Төркиәгә сәфәр ял һәм был ил мәҙәниәте менән танышыуға бөтөнләй бәйле түгел. Кахраманмараш юлланыу тиҫтәләрсә мең кешенең ғүмерен өҙгән тәбиғәт ҡазаһында бәләгә тарығандарға ярҙам итеү. Ваҡиға урынында аҙна дауамында эшләгән Өфө ҡотҡарыусыһы һәр сәғәт һәм һәр минутты түгел, ә емереклектәр аҫтынан сығарылған һәр кешене хәтерләй. Ҡулда сит ил паспорты, әҙерләнеү өсөн 2 сәғәт һәм самолет. Өфөнән Төркиәгә барыусы отрядҡа алынған Рәфис Низамовҡа үҙенең төп бурысынан тыш, тағы бер йөкләмә алырға тура килә. Бер-нисә көн дауамында ул тәржемәсе вазифаһын да үтәй. Башҡорт һәм төрөк ҡотҡарыусылары араһындағы тылмас ярҙамында машиналар, ҡотҡарыусылар, бригадаларҙың эше көйләнә. Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығы отряды хеҙмәткәрҙәре Ҡытай, Германия, Израиль, Малайзиянан килгән ҡотҡарыусылар менән бергә эшләй. Кешеләрҙе бәләнән аралап ҡалыу уртаҡ маҡсат ине, ти Флорид Нурмөхәмәтов. Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығына ҡараған үҙләү- ҡотҡарыу отряды тәғәйен бурысты лайыҡлы үтәне, тип иҫәпләргә кәрәк. Республика башлығы Радий Хәбировтың был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙып сығыуы, Өфө отряды ағзаларына төрөк халҡының рәхмәте быға аныҡ дәлил. Өфөнән барған отрядтың харабалар аҫтында тере ҡалған 5 кешене табыуы, шулай уҡ башҡа ярҙамын батырлыҡҡа тиңләргә кәрәк. Тик ҡотҡарыусылар маҡтауҙан тартына. Улар изге эште үҙ һөнәре тип билдәләй. Өфө ҡотҡарыусыларының тормоштың көндәлек мәшәҡәт-һынауҙарына тулыһынса әҙерлеген һәмәмһенә лә мәғлүм. Даими күнекмәләр, көсөргәнешле график. Бәлки шуғалыр ҙа, тап иң ауыр урындарға Өфө отрядын ебәрәләр.