Яңы йыл байрамы күптән үтһә лә, Ҡыш бабай балаларға бүләктәрен һаман тарата. Был юлы Туймазы районы Туҡтағол ауылынан 16 йәшлек Аделия Ғиниәтованың хыялы тормошҡа ашты. Үҫмер “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашып, Ҡыш бабайға хат яҙғайны. Аделия Ғиниәтованың хыялы яңы телефон, гаджеттар, сит илгә сәфәр түгел. Фалиж сиренә дусар булған үҫмерҙең теләге — спортсылар менән яҡындан осрашыу, аралашыу. Аделия һәм уның ата-әсәһе Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт Мастеры Ирек Зарипов менән осрашты. Туғыҙынсы синыфта белем алған ҡыҙ бәләкәйҙән йырларға ярата. Ауыл, районда үткән сараларҙа йыш ҡатнаша. Аделияның тағы бер теләге — ҙур сәхнәне яулау. Китаптар, музыканы үҙ иткән Аделия Ғиниәтова фортепианола ла уйнай белә. Үҫмер ҡыҙ былтыр, «Ижади теләктәр шыршыһы» тураһында осраҡлы ғына ишетә һәм Ҡыш бабайға хат яҙырға була. Ә бына үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырыуҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт Мастеры, Ванкуверҙа 2010 Йылғы ҡышҡы Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы Ирек Зарипов ярҙам итте. Ҡыштың һуңғы көнөндә, Башҡортостан концерт залында, билдәле шәхестәр менән берлектә «Ижади теләктәр шыршыһында» ҡатнашҡан балалар ҙа йыр-моңға һәләтен күрһәтте. Аделияның тағы бер ҙур хыялы, йәнһүрәтте йәки фильмды тауышландырыу. Был йәһәттән, Өфөлә билдәле «Муха» студияһы йәлеп ителә. Хәҙер «Төнъяҡ амурҙары» йәнһүрәтендәге Агдалия исемле персонаж Аделия Ғиниәтова тауышы менән һөйләйәсәк. Студия хеҙмәткәрҙәре Аделияға эш урыны буйлап экскурсия үткәрҙе. Ҡыҙ үҙ ҡулдары менән һүрәттәр төшөрөп ҡараны. Беҙҙең өсөн иң ҙур бәхет – баланың йылмайыуы, уның шатлығы ти ҡыҙҙың ата-әсәһе. Ҡыҙҙың битенән көнө буйына йылмайыу китмәй. Хыялдарының тормошҡа ашыуына ул һаман ышанып бөтә алмай. Ижади теләктәр шыршыһы әле энәләрен ҡойоп бөтмәгән. Яҙ башланһа ла, шыршы һаман йөҙәрләгән баланың хыялы, теләге менән биҙәүле. Был биҙәктәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашасаҡ, тип ышандыра акцияны ойоштороусылар.
Хыялдар тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша