Башҡортостанда ҡыштың һуңғы көнөндә йылы, әммә буранлы һауа торошо көтөлә.Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала епшек ҡар яуыуы, урыны менән уртаса, ә көньяҡ райондарҙа көслө яуым-төшөм фаразлана. Ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Йүнәлешен үҙгәртеп, көнбайыштан көслө ел иҫәсәк. Яҙҙың тәүге көнөндә иһә төбәктә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә боҙлауыҡ булыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын иҫә. Һауа температураһы яҡынса -1, -7 градус һалҡын. Аҙна дауамында хәүефле һауа торошо һаҡланасаҡ. Дәүләт автоинспекцияһы бихисап авариялар тураһында хәбәр итә. Шуға ла һауа шарттары яҡшырғансы водителдәргә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын үтәргә, алыҫ сәфәрҙәргә сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.