Күпләп ҡар яуыу сәбәпле республика халҡының “Инцидент менеджмент” системаһына мөрәжәғәте артҡан. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә, Өфөлә, Мәләүез районында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡарҙың ваҡытында таҙартылмауы тураһында ялыуҙар күп. Республика башлығы Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына юлдарҙы һәм йорт эргәләрен таҙартыу буйынса эште бермә-бер көсәйтергә ҡушты. Кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов. Башҡортостан һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Быны Төркиә һәм Сүриәләге ер тетерәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 25 ҡотҡарыусы-ирекмән дәлилләй. Уларҙың бер нисәүһе оператив кәңәшмә башында Радий Хәбиров ҡулынан рәхмәт ҡағыҙҙарын алды. Инеш өлөштә аҙналағы мөһим эштәр барланып, Владимир Путин мөрәжәғәтнәмәһе телгә алынды. Республика министрҙар кабинеты рәсми документта билдәләнгән бурыстар өҫтөндә әүҙем эш башланған. Торлаҡ һәм юл хужалығы, ҡотҡарыусыларҙан оператив мәғлүмәттәр еткерелгәндән һуң төп докладтар яңғыраны. Полилингваль мәктәптәр хаҡында Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева бәйән итте. Әле Өфөлә, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекамала 4 ошондай белем усағы эшләп килә. Быйыл Учалы, Хәйбулла, Мишкәлә һәм Сибай ҡалаһында яңыларын асыу күҙаллана. Полилингваль мәктәптәр үҙенең исеме менән юғары белем биреү сифатын да дәлилләргә тейеш, тине Радий Хәбимров.Туризм тармағын үҫтереүгә республика етәкселеге яғынан күрһәтелгән иғтибар һәм федераль ҡаҙнанан инфраструктура үҫтереүгә бүленгән ярты миллиард аҡса үҙ һөҙөмтәһен бирә. Үткән йыл Башҡортостан ял итеүселәр һаны буйынса Волга буйы округында өсөнсө, Рәсәйҙә 13-сө урынға еткән. Туристарға күрһәтелгән бөтә төр хеҙмәттәр 13 миллиард ярым һумға баһалана, йыл эсендә ул 25 процентҡа артҡан. Пенсионерҙар өсөн “оҙон ғүмерлелек” программаһы менән башҡа төбәктәр ҡыҙыҡһына. Әйткәндәй, яҡын арала ололар өсөн сит илдәргә сығыу мөмкинлектәре лә булдырыла, тәүгеһе – Беларусь республикаһына ошо арала башлана.Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры үткән йыл йомғаҡтары менән таныштырҙы. Төп ҡаҙаныштарҙың береһе – ведомство хеҙмәтен цифралаштырыу. 4 йыл элек 26 кешегә электрон хеҙмәт күрһәтелгән булһа, 2022 йылда бындайҙр һаны йөҙәр мең менән иҫәпләнгән. Дәүләт һәм муниципаль предприятиеларҙы хосусилаштырыуға ҡарата Радий Хәбиров артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш итте. Ә ер һәм дәүләт мөлкәттәре менән файҙаланыуҙа тәртип урынлаштырыуҙы көсәйтеү мөһимлеген йәнә бер хәтергә төшөрҙө.Наталья Полянская быйыл Башҡортостан шифаханаларында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандары өсөн мең ярым юллама әҙерләнеүен хәбәр итте. Конкурс аша һайлап алынған 12 учреждениела 14 көн сәләмәтлек нығытыу мөмкинлеге буласаҡ. Һәр кешегә 60 мең тирәһенән иҫәпләп бюджеттан 100 миллион һум аҡса бүленгән. Әлегә тиклем Башҡортостан шифаханаларында махсус операцияға ҡатнашлығы булыусыларҙан 259 кеше ял иткән.
Радий Хәбиров юлдарҙы таҙартыу буйынса эште бермә-бер көсәйтергә ҡушты
Радий Хәбиров юлдарҙы таҙартыу буйынса эште бермә-бер көсәйтергә ҡушты.