Советтар союзы геройы Александр Матросовтың ҡаһарманлығына 80 йыл тулды

Советтар союзы геройы Александр Матросовтың ҡаһарманлығына 80 йыл тулды

Яҡташыбыҙ дошман дзотын ҡаплап һәләк була. Һуңынан уның батырлығын йөҙәрләгән кеше ҡабатлай. Александр Матросовҡа бәйле тарихи факттар хаҡында Закир Шәрипов репортажы. Александр Матросовтың дзот амбразураһын үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплауы барыһына билдәле. Яуҙа ҡатнашҡандарҙың хәтирәләре буйынса, йәш егет бер нисә граната ырғыта. Ул немецтарҙың дзоты эргәһендәге тимер ҡамауҙы һәм миналарҙы юҡҡа сығара. Тик дошман ҡабаттан ут аса. Дзот янына килеп еткәндә, Матросовтың гранаталары һәм патрондары бөткән була. Шул саҡта егет ысын мә­ғә­нәһендә ҡаһарманлыҡ күрһәтә – дошман дзоты амбразураһына ташланып, 2-се ба­таль­он һалдаттарына һәм офицер­ҙарына не­мец нығытмаларын алырға мөмкинлек бирә.Дошман амбразураһына ташланған Александр Матросовҡа ни бары 19 ғына йәш була. Уны 1943 йылдың 23 февралендә, ә ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 25 февралдә һәләк булған тип яҙалар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, белгестәр 27 февралде билдәләй. Нисек кенә булмаһын яугирҙың ҡаһарманлығы — тыуған илгә тоғролоҡ өлгөһө булып мәңгелеккә тарихҡа инеп ҡалған.Ҡайһы бер тарихсылар Советтар Союзы Геройы Александр Матросовты Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән, тип билдәләй. Уның ысын исем-шәрифе Шакирйән Мөхәмәтйәнов тип тә дәлилләй. Шул уҡ ваҡытта Александр Матросов Украин, Удмурт милләтле яугир, тигән фараздар ҙа яңғырай. Белгестәр иһә Матросовтың башҡортмо, урыҫмы, украинмы булыуы мөһим түгел, уның ҡылған эше мөһим, тип билдәләй.Башҡортостанда Александр Матросовтың батырлығын яҡшы хәтерләйҙәр. 50 йылдарҙа Петр Лысенков Алыҫ Көнсығышҡа ил алдында бурысын үтәргә ебәрелә. Яр буйы һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән егет һалдаттар алдында Матросов тураһында бәйән итә. Хәҙер инде 90 йәшен ҡыуалаған олатай командирҙарының был үтенесен онотмай.Хәҙерге Өфө юридик институты биләмәһендә уҙған быуаттың 30-40 йылдарында балалар колонияһы була. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Александр Матросов ҡатмарлы характеры өсөн ике йылға ошонда хөкөм ителә. Әле уҡыу йорто музейында батыр яҡташыбыҙҙың шәхси әйберҙәре һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Матросовтың ҡаһарманлығын йөҙләрләгән яугир ҡабатлай. Уларҙың икәүһе Башҡортостандан. Береһе Миәкә районынан Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин. Икенсеһе Бөрө районынан Григорий Овчинников. Өфө юридик институты биләмәһендә Александр Матросовҡа бюст ҡуйылған. Ә иң ҙур һәйкәл-Өфөнөң Еңеү паркында.Советтар союзы геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында 1980 йылда уларға арнап Өфөлә һәйкәл асыла. Ағиҙел ярында урынлашҡан 25 метрлыҡ обелискта ҡаһармандарҙың барельефтары һүрәтләнгән. Һәйкәл ҡыҙыл гранит менән һырлап эшләнгән. Ә 1995 йылда монумент алдында Мәңгелек ут урынлаштырырға ҡарар ителә. Хәҙер бында йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөнә һәм башҡа патриотик даталарға арналған саралар үтә.Александр Матросовтың ҡаһарманлығы хөрмәтенә йыл һайын Псков өлкәһендә митингттар һәм спорт ярыштары үтә. Бөйөк Лука ҡалаһында Чернушка ауылы өсөн барған алыштың тарихи реконструкцияһы күрһәтелә. Александр Матросовтың Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығы беҙҙең илдә генә түгел, башҡа тарафтарҙа ла киң билдәле. Уның ҡаһар­манлығы совет осорондағы күп кенә тарихи доку­менттарҙа теркәлгән һәм күптән танылған, шуға ла был йәһәттән бәхәстәргә, икеләнеүҙәргә урын юҡ.