Башҡортостандан Донбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам ебәрелде

Башҡортостандан Донбассҡа сираттағы гуманитар ярҙам ебәрелде

Беҙҙең ижади төркөм ылауҙы оҙата барҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт Луганск халыҡ республикаһынан әҙерләнгән репортажда.Рестораторҙар ассоциацияһы ашнаҡсылары Башҡортостан егеттәренә ҙур ҡаҙандарҙа аш һәм былау бешерә. Бөтә аҙыҡ-түлек тә тыуған ерҙәренән килтерелгән. Ялан шарттарында ашарға әҙерләгән иң яҡшы аш-һыу оҫталары үҙ теләктәре менән Донбассҡа юлланған.Гуманитар ылау менән ризыҡтар ғына түгел, башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа ебәрелгән: бронялы хәрби машиналар, бөтә ерҙән дә үтерлек УАЗ автомобилдәре, квадрокоптерҙар, шулай уҡ, дрондарҙы юҡ итеүсе заманса ҡоролмалар.Республиканан ашнаҡсылар менән бергә артистар ҙа килгәйне. Улар Луганскийҙа командировкала булыусы яҡташ табиптарға концерт ҡуйҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) бында тәүгә түгел.Башҡортостан табиптары Луганск халыҡ республикаһында бер-нисә ай эшләй. Улар араһында төрлө йүнәлештәге белгестәр бар.Республиканан килгән делегация генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровское мәктәбендә лә булды.Мәктәм уҡыусыларына “Төньяҡ Амурҙары” йәнһүрәтен күрһәттеләр. Улар тәүгеләрҙән булып был анимацион фильм менән танышты.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн планлаштырылған концерт уҙғарылманы. Егеттәр яуға йүнәлде. Байрам көнөндә лә улар алғы һыҙыҡта.