Берҙәмлектә - көс

Берҙәмлектә - көс

2001-2005 йылдарҙа эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса енәйәтте тикшереү идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Хәмзә Шамратов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хеҙмәттәштәре өсөн кәрәкле ярҙам әҙерләп ебәргән. Бының өсөн пенсионерға ике автомобилен һатырға тура килгән. 30 комплект бронежилет, каска, бронежилеттар. Миллион ярым һумлыҡ кәрәк яраҡтар әҙерләү өсөн Хәмзә Зәйнулла улына балалары һәм туғандары ярҙам иткән. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында.Хәмзә Шамратовтың хаҡлы ялға сығыуына 18 йыл ваҡыт үтһә лә, уның ҡарамағында эшләгән хеҙмәттәштәрененең һәр-береһе өсөн йөрәге яна отставкалағы полковниктың. Әлеге ваҡытта улар махсус операцияла ҡатнаша. Бөтә ил өсөн ауыр ваҡытта ситтә ятып ҡалыу- енәйәт, ти Хәмзә Зәйнулла улы. Шуға ла оҙаҡ уйлап тормай, гуманитар ярҙам йыйырға тотона ир. Бының өсөн пенсионерға ике автомобилен һатырға тура килгән. 30 компмлект бронежилет, каска, бронекурткалар. Миллион ярым һумлыҡ кәрәк-яраҡтар әҙерләү өсөн Хәмзә Зәйнулла улына улдары һәм ейән ҡустыһы ярҙам иткән.Беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә, ти Хәмзә Зәйнулла улы. Шуға ла һылтау эҙләргә түгел, яу яланында ла, тылда ла еңеүҙе бөтә ил менән яҡынайтырға кәрәк, тигән фекерҙә эске эштәр министрлығы ветераны.Һуғыштың иһә нимә икәнен яҡшы белә Хәмзә Шамратов. Хеҙмәт дәүерендә һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашырға тура килә уға. Һәр бер командировка әлегеләй хәтерҙә, ти хәрби хәрәкәттәр ветераны. Хәмзә Зәйнулла улы хеҙмәт юлын физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Ҡариҙел районында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙан алып Башҡортостандың енәйәтте тикшереү буйынса етәксе вазифаһына етә. Был ҡатмарлы 2001-2005 йылдарға тура килә. Юғары һөҙөмтәләргә ирешергә талапсап етәксегә тәжрибәле хеҙмәттәштәре ярҙам итә. Енәйәттәр 90 процент уңыш менән асыла. Хеҙмәттәштәре менән бәйләнеште өҙмәй Хәмзә Шамратов. Әле уның юлын дауам иткән улдары менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләй. Был юлы ярҙам Донецкиға юлланасаҡ.