Өфөнән мобилизацияланғандарҙың бер төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юл алды. Яугирҙәр Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡайны. Бер нисә көндән улар йәнә алғы сафҡа йүнәләсәк. Башҡортостан Башлығы советнигы Алик Камалетдинов хәрбиҙәргә Радий Хәбировтың сәләме менән имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, тигән теләктәрен еткерҙе. Үҙ подразделениеларына тиклем яҡташтарыбыҙ Башҡортостан Башлығы йөкләмәһе буйынса бирелгән уңайлы автобустарҙа бара. Транспорт Өфөгә отпуск алған башҡа хәрбиҙәр менән кире ҡайтасаҡ. Отпускыһын хәрбиҙәр ғаиләләре менән өйҙә генә үткәрмәй, улар өсөн фәһемле һәм файҙалы осрашыуҙар ҙа ойошторолған. Республика йыйылма пунктында яугирҙәрҙе ғаилә ағзалары, туғандары һәм дуҫтары оҙатты. Егеттәрҙең кәйефе көр, көтөп ял көндәренән һуң улар яңы көстәр менән юлға сыҡты.
Ялдан яуға
Ялдан яуға