Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары республика шифаханаларында сәләмәтлеген нығытасаҡ. Әлегә мең ярым юллама әҙерләнгән. Был хаҡта Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан хәбәр иттеләр. Конкурс аша һайлап алынған 12 шифаханала хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары 14 көн сәләмәтлеген нығыта ала. Һәр кешегә 60 мең тирәһенән иҫәпләп бюджеттан был маҡсатҡа 100 миллион һум аҡса бүленгән. Әлегә тиклем Башҡортостан шифаханаларында махсус операцияға ҡатнашлығы булыусыларҙан 259 кеше ял иткән.
Яугирҙар сәләмәтлеген нығыта ала
Яугирҙар сәләмәтлеген нығыта ала