Был дата Халыҡ-ара граждандар ойошмаһы тарафынан 1931 йылдан алып билдәләнә. Рәсәй был ойошмаға 1993 йылда ғына ҡушыла. Ҡотҡарыу хеҙмәттәренең эшен әүҙемләштереү, граждандар хәүефһеҙлеген пропагандалау маҡсатында эшмәкәрлек алып барған халыҡ-ара ойошмаға 50-нән ашыу дәүләт инә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү, халыҡты иҫкәртеү һәм һаҡлау алымдары ла Граждандар оборонаһы хеҙмәте ҡарамағында. Яңыраҡ Төркиәлә ер тетрәү арҡаһында зыян күреүселәргә Башҡортостан ҡотҡарыусылары ярҙам ҡулын һуҙҙы. Улар Хатай виләйәтендә эшләне. Өфөнән барған отряд харабалар аҫтында тере ҡалған 6 кешене ҡотҡарҙы.
Бөгөн – Бөтә донъя Граждандар оборонаһы көнө
Бөгөн – Бөтә донъя Граждандар оборонаһы көнө