Циклондан һуң Башҡортостанда тормош үҙ яйына ҡайта башланы. Республикала көслө ҡар яуып, буранлап алды. Хәҙер коммуналь хеҙмәттәр һәм ябай халыҡ ҡар таҙартыу менән мәшғүл. Был эш ҡайһы бер урамдарҙа яҡшы, ә ҡайһы берҙәрендә насар ойошторолған. Беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән репортаж.Федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙы таҙартыуға бөтә көстәр ташланды. Әммә был сама яуған ҡарҙы бер көн эсендә генә сығарып бөтөп булмай. Өфөлә кешеләр һәм коммуналь техника тәүлек әйләнәһенә эшләй.Көндөҙ Өфө урамдарын 400-ҙән ашыу кеше, 300-гә яҡын коммуналь техника ҡарҙан таҙарта. Төндә иһә 80-ләп урам һепереүсе һәм 350 берәмек техника йәлеп ителә. Бер тәүлектә муниципаль хеҙмәттәр 20 кубометр ҡар сығарған. Әммә эшләйһе эш байтаҡ әле.Ә йорт ихаталарын таҙартыуға 150 техника сыҡты, 1 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән башҡа ойошмаларҙан саҡырылған белгестәр урам эстәрен ҡарҙан таҙарта. Техника һәм муниципаль хеҙмәттәр бөтә урындарға ла бер юлы барып етә алмай. Ҡар таҙартыу эше яйлап график буйынса алып барыла. Әммә халыҡтың түҙемлеге ҡалмаған тиерлек. Башҡортостан Башлығы ҡар таҙартыу эшен көсәйтергә ҡушты. Республикаға циклон килеү сәбәпле Инцидент-менеджмент системаһына халыҡ күпләп мөрәжәғәт итте. Бер аҙна эсендә ошондай 350 ялыу булған. Күпселеген Өфө халҡы ҡәнәғәт түгел. Икенсе урында Мәләүез районы, өсөнсөлә Стәрлетамаҡ ҡалаһы килә. Радий Хәбиров юлдарҙы һәм йорт ихаталарын ҡарҙан таҙартыуға ҙур иғтибар бүлергә ҡушты. Синоптиктар тынысланырға әле иртәрәк тип белдерә. Халҡыбыҙ мартты Буранай тип йөрөтә. Ғәҙәттә яҙҙың беренсе айында ла көслө епшек ҡар яуып, буран сығып, ҡала-ауылдарҙы көрт баҫып ала.
Ҡарҙы кем таҙартыр?
Ҡарҙы кем таҙартыр?