Баш ҡала янындағы Булгаков ауылында йәшәүселәр йәмәғәт транспорты булмауға зарлана. Бының сәбәбе- шәхси эшҡыуар автобус маршрутын үҙгәрткән. Килеп тыуған мәсьәләнең айышына хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова төшөнөргә тырышты. 350-се маршрут буйынса автобустар хәҙер инде күптән рейсҡа сыҡмай. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙе былтыр үҙ өҫтөнә алған эшҡыуар Фәнис Батыров 350-се рейсҡа автобус сығасағын да иғлан итеп өлгөрә. Әммә халыҡтың ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай, 2 көндән һуң 350-се һанлы автобустар юғала. Шәхси ташыусы әйтеүенсә, Булгаков ауылында юл насар. Тап шуға тиҫтәнән ашыу туҡталышҡа барып етеп булмай. Үҙәккә сығыр өсөн ауыл халҡы көн һайын 4 саҡырымды йәйәү үтергә тейеш. Автобустың булмауы оло йәштәгеләр өсөн бигерәк тә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Сөнки эргәлә магазиндар ҙа, дарыухалар ҙа юҡ. Икмәк-һөткә барыу өсөн такси саҡыртыу үтә лә ҡиммәт. Өлкәндәр зарына йәштәр ҙә ҡушыла. Сабыйҙарын балалар баҡсаһына йөрөткән ата-әсәләрҙә был хәл менән ҡәнәғәт түгел. Ҡайһы саҡ 10 саҡырмды балалар менән йәйәү үтергә тура килә. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт иткәндән һуң, был хәл буйынса тикшереү ойошторола һәм шәхси ташыусыға штраф та һалалар. Әммә эшҡыуарға, күрәһең, транспорттың башҡа маршрутта аҡса килтереүе мөһим. Компания директоры ғәйебен танымай. Уның әйтеүенсә, барыһы ла тәртиптә. Булгаков ауылында йәшәүселәр бар өмөтөн “Башавтотранс” етәкселеге менән бәйләй. Республиканың пассажирҙар ташыусы дәүләт предприятияһы үҙ транспорты менән ауыл аша үтһә, юлсылар билет хаҡына ла иғтибар итмәҫ ине. Әлегә иһә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа 350-се маршрут автобусы юлын йәйәү үтергә мәжбүр.
Автобус бирегеҙ
Автобус бирегеҙ