Бөгөн Башҡортостан телевидениеһы үҙенең 64 йыллығын билдәләй

Бөгөн Башҡортостан телевидениеһы үҙенең 64 йыллығын билдәләй

Тап ошо көндә, 1-се мартта беҙҙең телеведениела тәүге даими тапшырыуҙар эфирға сыға башлай. 1958-ҙә БАССр-ҙың Министрҙар Советы Өфөлә телеүҙәк төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Өфө телеүҙәгенең етәксеһе итеп Эммануил Штейнберг тәғәйенләнә. Төҙөлөш бик йылдам бара. 1958 йылдың сентябрендә Ленинградтан аппарат-студия комплексын һәм тулҡын тапшырыу ҡоролмаларын көйләүсе оҫталар килә һәм 10-ға ла етмәгән ижади коллектив яңы йыл төнөндә беренсе тапҡыр эфирға сыға. Дикторҙар әҙерләп өлгөрмәйҙәр һәм тапшырыуҙы алып барыу өсөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Ғәзимә Исмәғилеваны саҡыралар. Ғәзимә Исмәғилева телевизор ҡараусыларҙы 1959-сы Яңы йыл менән тәбрикләп, һүҙҙе КПСС-тың Башҡорт обкомы секретары Хәйҙәр Сайрановҡа бирә. Башҡортостан халҡын ҡотлап Мостай Кәрим сығыш яһай. Ниһайәт, телеүҙәкте дәүләт комиссияһына тапшырыу көнө яҡынлаша. Аппарат-студия комплексын ҡороу, УКВ-тапшырғыстар, сантехника, янғын сигнализациялары буйынса акттар тапшырыла һәм телеүҙәк рәсми ҡабул ителә. 1959 йылдың 1 мартында концерт студияһынан тәүге тапшырыу эфирға сыға һәм шул көндән башлап тапшырыуҙар даими бара башлай. Тап 1 март шуға күрә лә Башҡортостан телевидениеһының тыуған көнө булараҡ тарихта һаҡлана.