Юлаевсылар Көнсығыш конференцияһының турнир теҙмәһендә икенсе урын алды һәм ҡағиҙә буйынса төп трофей өсөн 7-се урындағы команда менән көс һынаша. Адмирал менән тәүге уйын Өфө-Аренала үтте һәм юлаевсыларҙың еңелеүе менән тамамланды. Икенсе матч та иртәгә баш ҡалала була. Плей-офф алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев клубының етәкселеге, тренерҙар штабы һәм уйынсылары менән осрашып, уларҙың уй-ниәттәрен белеште, плей-оффҡа бурыстар билдәләне.Өфөләге матчтарҙан һуң уйындар Владивостокҡа күсә. Унда 5-се һәм 7-се мартта осрашыуҙар ҡаралған. 4 еңеү яулаған команда киләһе этапҡа сыға.
Салауат Юлаев командаһы Гагарин Кубогы өсөн көрәш башланы
Салауат Юлаев командаһы Гагарин Кубогы өсөн көрәш башланы