Радий Хәбиров студенттарға лекция уҡыны

Радий Хәбиров студенттарға лекция уҡыны

Радий Хәбиров Мәскәүҙәге Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр дәүләт институты студенттарына лекция уҡыны. Илдең алдынғы юғары белем биреү йорттарының береһендә үткән осрашыу тураһындағы мәғлүмәтте Башҡортостан Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр дәүләт институты ректоры Анатолий Торкунов Башҡортостандан килгән студенттарҙың әҙерлеген юғары баһаланы. Мәртәбәле уҡыу йортонда әле республиканан 60 студент белем ала. Киләсәктә улар Кәрим Хакимов һәм уның кеүек башҡа дипломаттар дәрәжәһендәге белгес булараҡ абруй ҡаҙаныр, тигән өмөт бар. Радий Хәбиров лекцияны Башҡортостан Республикаһы, уның иҡтисады һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенә бағышланы. Студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Буласаҡ белгестәрҙе Башҡортостанға саҡырҙы.