Монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу билдәләре буйынса 44 эш ҡуҙғатылған

Монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу билдәләре буйынса 44 эш ҡуҙғатылған

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы үткән йылға йомғаҡ яһаны. Былтыр халыҡтан монополияға ҡаршы ҡануниәт үтәлешенә ҡағылышлы 1 мең 470 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Закондарҙы боҙоусыларға 92 иҫкәртеү яһалған. Монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу билдәләре буйынса 44 эш ҡуҙғатылған. «Конкуренцияны яҡлау» тураһындағы Законға ярашлы, 241 ялыу ҡаралған, уларҙың 29 проценты нигеҙле тип танылған. Ялыуҙарҙың күбеһе «Тауарҙар, хеҙмәттәр һәм һатып алыуҙар тураһында"ғы Федераль Закон положениеларын боҙоуға ҡағыла.