Быйыл ул 2 аҙнаға алдараҡ башланды. Ҡоро һауа шарттары уңыш күләмендә лә сағыла, кишер йылдағынан яҡшыраҡ уңһа, картуфҡа дым етмәгәнлектән эреләнеп өлгөрмәй.
Һәр төптән 5-6 картуф, улары ла бик үк эренән түгел. Фермер Александр Хотнянский быйыл уңыш яҡшынан булмаҫын яҡшы аңлай. Былтыр гектарынан 30 тонна сыҡһа, быйыл 15-20-гә генә өмөт ти йүнсел. Әле картуфты йыйырға иртә, әммә уның һабаҡтары ҡороған, тимәк йәшелсә артабан эреләнмәйәсәк.
Һыу һибеп үҫтерелгән баҫыуҙарҙа уңыш киреһенсә, ғәҙәттәгенән ҡарағанда 20 процентҡа юғарыраҡ. Башлыса кишер һәм сөгөлдөр баҫыуҙары ғына яһалма дымландырыу системаһы менән тәьмин ителгән. Киләһе йылдан был хужалыҡта картуф баҫыуҙарын да тулыһынса мелиорация ҡоролмалары менән тәьмин итергә иҫәп тоталар, бының өсөн 20 миллион инвестиция һалыу күҙаллана.
Шулай ҙа республикала быйыл картуфҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ тип тынысландыралар ауыл хужалығы министрлығында. Башҡортостанда йәшелсә менән шөғөлләнгән эре хужалыҡ майҙандарының 3-тән 1 өлөшө һыу һибеп үҫтерелә.
Складтан быйылғы сөгөлдәрҙөң тәүге партияһын алыуға сират теҙелә. Эҫе йәй арҡаһында яҡын тирәләге төбәктәрҙә был культура уңышы яҡышанан түгел. Шуға ла аш сөгөлдөрөн күрше өлкәләр генә түгел йыраҡтан да килеп алалар.
Бөгөн хужалыҡтар иртә өлгөрә торған сорттарҙы ғына йыя, продукция шунда уҡ һатыуға оҙатыла. Һаҡлай торғанын көндәр һалҡынайтҡансы баҫыуҙа ҡалдырырға тура килә. Ә киләһе йылдан йәшелсә майҙандарының күпселеген һыу һибеү системалары менән тәьмин итеү маҡсаты тора. Климат үҙгәреше башҡаса сара ҡалдырмай.