Төбәктә һайлау кампанияһы әүҙемләшә

Тулыраҡ: Төбәктә һайлау кампанияһы әүҙемләшә

Берҙәм тауыш биреү көнөнә бер айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Әле кандидаттар киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһай. Әҙерлек барышында килеп тыуған һорауҙар һәм мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү үтенесе менән улар Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Сергей Сироткин менән осрашыуҙа сығыш яһаны. Сығыш яһаусы кандидаттарҙың барыһы ла тиерлек “Берҙәм һайлау кодексы” булғанда бындай мәсьәләләр барлыҡҡа килмәҫ ине тигән фекерҙе белдерҙе. Уларҙы тағы ла матбуғатта баҫтырылыу күләме, телевидение һәм радиола сығыш яһау ваҡыты һәм йышлығы ҡыҙыҡһындырҙы. Бер осрашҡанда тағы ла бихисап һорауҙар, һайлау кампанияһының аңлайышһыҙ яҡтары тикшерелде.