2016 йыл башынан Башҡортостан Рәсәйҙә инвестициялар өсөн хуп күрелгән төбәктәр исемлегенең егерме баҫҡысына юғарыраҡ күтәрелгән. Ошо хаҡта бөгөн республика хөкүмәтенең ярты йыллыҡ эш йомғаҡтарына арналған ултырышта билдәләнде. Инвесторҙарҙы тәү сиратта төбәктең ауыл хужалығы йәлеп итә. Ауыл хужалығы тауарҙарының тулайым кимәле ярты йылда 46 миллиард һумға яҡын, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда был күпкә артыҡ түгел. Әммә ошо күрһәткес йылдың тәүге яртыһына йомғаҡ яһағанда тәү ҡаҙаныштың тотороҡлоҡ икәнен раҫлай. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләрен барлап алты ай эсендә ауыл хужалығында ла, сәнәғәттә лә ыңғай динамика күҙәтелә, тип белдерҙе.
Тәү маҡсат иҡтисадтың үҫешендә яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеү. Был йәһәттән республиканың мөмкинлектәре киң. Йәмғиәт властың асыҡ һәм ғәҙел эшләүен юғары баһалай, тине Рөстәм Зәки улы. Хөкүмәт тарафынан башҡарылған эш иһә тәү сиратта халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлай. Кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙа торлаҡ мәсьәләһе мөһим. Үткән ярты йылда ғына республикала 1 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Тик был планлаштырылған күләмдән аҙыраҡ. Ил президенты ҡуйған мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тураһындағы йөкләмәне үтәү өсөн республикала социаль торлаҡ төҙөлөшө күләмен үҫтереү зарур. 2019 йылда Башҡортостандың йөҙ йыллығын байрам итеү алдынан төбәктә 100 яңы объект программаһы иғлан ителде. Уға ярашлы республикала торлаҡтан тыш социаль учреждениелар, сәнәғәт, хужалыҡ биналарын ла төҙөү ҙә ҡаралған.
Иҡтисадтың тотороҡлоғон һаҡлау өсөн стратегик күҙаллау ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡала райондар өсөн Күмертау, Бәләбәй кеүек моноҡалалар миҫалы, үҙ биләмәһендә ҙур предприятиеларға нигеҙ һалған хужалыҡтар өлгөһө бар. Муниципалитет етәкселәре, белгестәр ҡабул иткән дөрөҫ ҡарарҙар, бойомға ашырылған күләмле проекттар республика йөҙөн киләсәктә лә инвестициялар өсөн уңайлы төбәк булараҡ нығыта.