27-се августа Сибай ҡалаһында үтәсәк күләмле сара шулай,тип атала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән Сибай ҡалаһы хакимиәте ойошторған төбәк – ара форумда ҡала,район,төбәк ҡоролтайҙары, Рәсәй һәм Башҡортостандың йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Бында пленар ултырыштан һуң, күптән түгел Өфөлә ойошторолған Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының Съезы үтәсәк. Йыйында ҡатнашыусылар Сибай ҡалаһы,Баймаҡ районының Темәс ауылында тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейында ла буласаҡ.Форум ҙур музыкаль байрам менән тамамланасаҡ.
Башҡорт халҡы Рәсәй үҫеше һәм камиллығы өсөн
Тулыраҡ: Башҡорт халҡы Рәсәй үҫеше һәм камиллығы өсөн