Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Греция ҡасаҡтар өсөн эшкә урынлашыу хоҡуғын бирмәксе. Илдә 54 меңгә яҡын мигрант иҫәпләнә. Хөкүмәттә уларға хеҙмәткә, белем алыуға һәм медицина ярҙамына хоҡуҡ булдырыу тураһындағы ҡануниәт индереү өҫтөндә эшләйҙәр, тип хәбәр итә Грецияның эске эштәр министры урынбаҫары Иоаннис Музалас. 54 меңдең 7,5-меңе генә ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу программаһына индерелгән, 4 меңе артабан Европаға юл тоторға иҫәпләй, ә ике мең ҡасаҡ ҡайтанан тыуған илдәренә ҡайтырға ризалыҡ белдергән.

400 километр йөк машинаһы аҫтында. 20 йәшлек егет Афғанистандан машина аҫтына ҡасып, Италияға тиклем килеп еткән. Водитель, Болгария гражданины, йәшерен пассажир тураһында бер нимә лә белмәүе тураһында әйтә. Уны тик Неаполь-Рим трассаһында полиция хеҙмәткәрҙәре күреп ҡала. Хәле бөткән афғансыны дауаханаға оҙаталар. Уның Италияла ҡалырға уйы юҡ, шуға властар бер аҙна эсендә илдән сығып китергә ҡушҡан.

Ә Италияла көслө ер тетрәүе булған. 10 баллы шкала буйынса 6,3 магнитуда тәшкил иткән тетрәү илдең үҙәк өлөшөндә Терни ҡалаһы янында теркәлгән. Европа урта диңгеҙ сейсмология үҙәге тәбиғәт ғәрәсәтенең эпицентрын билдәләгән. Ул ике километр тәрәнлектә Асколи-Пичено ҡалаһынан көнбайышҡа табан 24 км алыҫлыҡта булған. Ер тетрәүенән 2700 кеше йәшәгән Аматриче ҡалаһында күп кенә емереклектәр барлыҡҡа килгән, өйөмдәр аҫтында кешеләр ҙә бар, тип хәбәр итә ҡала мэры.