Башҡортостан милли ҡурсаулығы, егерме һигеҙенсе августан сәйәхәтселәр ағымын сикләй. Янғындар сығыу хәүефе артыуы арҡаһында Күперле, Ҡотоҡ-Сумғанға маршруттар ябыла. Бөрйән һәм Күгәрсен райондары сигендә йәйәүле походтарға сығыусыларҙы ҡурсаулыҡ инспекторҙары оҙатырға тейеш. Нөгөш, Йомағужа һыуһаҡлағыстары, Нөгөш, Үрек, Ағиҙел йылғалары ярҙарына барыу сикләнмәй. Ҡоро йәшен арҡаһында быйыл йәй Мораҙым, Шүлгәнташта янғын сығып, урмандарға ут тоҡанғайны.
Республиканың айырым һаҡланған биләмәләре, көндәрҙең эҫе тороуо сәбәпле ашығыс саралар күрә
Тулыраҡ: Республиканың айырым һаҡланған биләмәләре, көндәрҙең эҫе тороуо сәбәпле ашығыс саралар күрә