Октябрҙең икенсе яртыһында Башҡортостан халҡы Мысырға барып ял итә аласаҡ. Ошо хаҡта „Турпомощь„ тип аталған туроператорҙар ассоциацияһы етәксеһе Александр Осауленко белдерҙе. Уның әйтеүенсә, әле дәүләттәр араһында туризмды тергеҙеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Был йүнәлештең яңынан асылыуы нимәгә килтерер, юлламалар арзанайырмы, әллә киреһенсә ҡиммәтләнерме?
Рәсәй халҡы сит илдәрҙә ял итергә ярата. Бигерәк тә арзан хаҡҡа күңелле итеп. Мәҫәлән, Мысырға һәм Төркиәгә бөтә яҡындарың менән осһоҙ юллама менән барып ҡайтырға мөмкин ине.
Был дәүләттәр менән мөнәсәбәттәр ҡатмарлашҡас, Рәсәй туристарына башҡа яҡтарға юлламалар тәҡдим итә башланылар. Әммә, күберәген беҙҙең халыҡ илебеҙ курорттарын һайланы. Быйыл ғына туристарҙың күпселеге Рәсәй ярҙарын йыуған диңгеҙҙәргә барҙы.
Шулай ҙа, сит илдәргә лә йөрөй халыҡ. Быйыл, мәҫәлән, Таиланд, Тунис кеүек йүнәлештәр ихтыяж менән файҙалана. Юлламалар хаҡы 35 мең һумдан башлана.
Һуңғы осорҙа Башҡортостан курорттары һәм туристик базаларында ла ял итеүселәр артҡан. Мәҫәлән, Өфө янындағы был комплекста көн һайын кеше күп. Ә ял көндәренә урындарға алдан заказ биреп ҡуялар һәм буш йорттар ҡалмай.
Хаҡтарға килгәндә бер йортто ҡуртымға алыу ҙур ғына суммаға төшә. Шуныһы ла мөһим, туҡланыуҙан иртәнге аш ҡына тәҡдим ителә. Был 6 кешегә иҫәпләнгән йорт иң арзаны. Тәүлегенә уны 7 мең ярым һумға ҡуртымға бирәләр. Эстә бөтә уңайлыҡтар бар. Ә тышта ял итеү һәм ит ҡурыу өсөн урын булдырылған. Ҡалған йорттарҙың хаҡы тағы ла ҡиммәтерәк.
Быйыл октябрь айында Рәсәй туристары Мысырға барып ял итә аласаҡ. Ошо турала туризм өлкәһендә эшләүсе етәкселәр белдерә. Әммә, хаҡтар элекке кимәлдә ҡалмаясаҡ, ти белгестәр. Быға асыҡ дәлил дә бар, Төркиәлә туризм ҡиммәтләнде. Әммә, Башҡортостан туроператорҙары юлламаларға хаҡ артмаясаҡ, тип ышана.
Әле Рәсәй вәкилдәре Мысыр етәкселеге менән именлек тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Тиҙҙән, беҙҙең делегация унда барып тикшереп ҡайтасаҡ, тип көтөлә. Был дәүләттәрҙең яңынан беҙҙең туристарға асылыуы яҡшы, әлбиттә. Әммә, хеҙмәтләндереү сифаты элеккесә булмаясаҡ, сөнки, хеҙмәтләндереүсе персонал эштән бушатылған, яңылары өйрәнмәгән, ти туризм белгестәре.