Беҙҙең канал иғлан иткән “Алтын бишек” бәйгеһе дауам итә

Тулыраҡ: Беҙҙең канал иғлан иткән “Алтын бишек” бәйгеһе дауам итә

Бер яҡтан Көрмәҙе һәм Дим йылғаларына иркәләнеп, икенсе яҡтан тауҙарға һыйынып, ус төбөндә генә кеүек ятҡан Сәфәр ауылын халҡы бушҡа ғына алтын бишеккә тиңләмәйҙер. Бейектән ҡарағанда ул ысынлап та бишекте хәтерләтә. Тарихи сығанаҡтар буйынса ауылдың барлыҡҡа килеүен Сәфәр Тимаев исемле кеше менән бәйләйҙәр.

Беҙ әле Сәфәр ауылы биләмәһенең иң бейек урыны – Дегермән сағылындабыҙ. Уны халыҡ Тыныслыҡ тауы тип тә йөрөтә. Граждандар һуғышы йылдарында ошонан алып Ҡолпай тауы араһында ҡаты бәрелештәр барған. Ауыл халҡы 2-3 саҡырым алыҫлыҡта йәшенеп йәшәргә мәжбүр булған. Ул урмандарҙы әле ауыл халҡы Ил ҡасҡан ҡулы тип белә.

Хәбәрсе. Һөйләштәрендә ҡалын тартынҡылар өҫтөнлөк иткән ерле халыҡ телендә ауылдың исеме Сафар тип йөрөһә, боронғолар уны хатта Ҫапар тип тә атаған. Үҙ тарихында ауыл бихисап ваҡиғалар шаһитына әйлнгән.Аҫабалыҡты һаҡлап алып ҡалған, үҙгәртеп-ҡороу йылдарыныңда шауҡымын кисергән.

Илмир Әхмәҙуллин, Сафарҙафермерлыҡ хужалығын тергеҙеүгә ең һыҙғанып тотонған. Мәсет асыуға ла ул төп көс һалған.

Сафар ауылы аҡһаҡалдарының бар өмөтө хәҙер йәштәрҙә. Татыу ғаиләһе һәм ҡылған ҡылыҡтары менән ауылдаштарын һоҡландырған Рафиҡовтар ғаиләһе тураһында ишеткәс тә күп балалы ғаилә менән танышырға ашыҡтыҡ.

Өс баһадир: Урал, Юлай, Айнур һәм баш бала Әлфиә — Зөлфиә һәм Салауат Рафиҡовтарҙың тормош мәғәнәһе. Балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп, ынтылышлы булырға өйрәтеп йәшәгән ата һәм әсә менән бөтә ауыл ғорурлана.

“Алтын бишек” бәйгеһе бағыусыларының береһе – Рәсәй теле һәм радио тапшырыуҙар селтәре бүләген был юлы күп балалы Рафиҡовтар ғаиләһенә тапшырҙыҡ. Хеҙмәттең дә, ялдың да үҙ урынын белгән ошондай татыу ғаиләләр Сафар ауылында әллә күпме. Ауыл төҙөк йорттары һәм урамдары менән күңелде яулай. Ихаталар хас та әкиәттәге кеүек: биҙәктәргә һәм гөлдәргә күмелгән.

Ауылдың тағы ла бер һоҡланғыс күренеше –ҡотло ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар. 80 йәшен тултырған Зөмәрә апай- ағинәйҙәрҙең береһе. Уның баҡсаһында ниҙәр генә үҫмәй. Ҡарбузы ла, ҡауыны ла һәм башҡа бик күп төрлө емеш-еләктәре.

Ҡайһы ғына йортҡа, ихатаға инмә, һуғылған балаҫтар күҙҙең яуын ала. Борондан килгән был кәсеп серҙәрен Сафар ауылы ҡатын-ҡыҙҙары сәсмәй-түкмәй быуындан-быуынға тапшыра алған.

Бәйләм энәләрен тотмаған килендәргә Сафар ауылында урын юҡ. Селтәрҙәр булһынмы, шәлме – барыһын да булдыра улар.

Йығылып китеп донъя көтәләр, тип тап Сафар ауылы халҡы тураһында әйтелгән кеүек. Ауылда йәшәүҙең бөтә йәмен һәм тәмен белеүсе халыҡ менән һоҡланмау һәм уларҙың уңыштарына һөйөнмәү мөмкин түгел.