Мәктәп уҡыусыларына быйыл тарих дәреслегенең яңы баҫмаһы буйынса белем бирелә башлай. Рәсәй мәғариф министры Ольга Васильева „Яңы баҫма ҡатмарлы һорауҙарға тулы яуаптар бирә, — тип белдерҙе. Дөйөм белем биреү йорттарында тағы ниндәй яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр бар.
Дәреслектәрҙең әле буяу еҫе бөтмәгән. Китапханала уларҙың уҡыусыларға етерлек дана барлана. Башҡаланың 102-се мәктәбе ике мең ярым дәреслек һатып алған. Быйыл яңы китаптар менән тәү сиратта алтынсы кластар тәьмин ителә.
Әлегә бары тарих дәреслеге мәсьәләһе хәл ителмәгән. Ҡатмарлы һорауҙарға махсус аңлатма биргән уҡыу әсбабы белгестәрҙең юғары баһаһын алып та өлгөргән. Дәреслек үҙе иһә мәктәптәргә сентябрҙә килеп етер, тип көтөлә. Шуға тиклем уҡыусыларға элекке программа буйынса уҡырға тура килә.
Тәбиғәт фәндәрен өйрәнгәндә яҙма әсбаптарҙан тыш махсус ҡорамалдар талап ителә. Биология кабинеты 16 яңы микроскоп һәм микролабораториялар менән йыһазландырылған.
102-се гимназия быйыл заманса мәктәп ҡоролмаларын 400 мең һумға һатып алған. Дәрестә күрһәтмә асбаптар ҡулланған уҡытыусыларҙы өр-яңы техника өлгөләре һөйөндөрһә, балалар дәреслектәрҙе заманса планшеттарға алмаштырыу хыялы менән яна. Ул саҡта мәктәпкә ауыр портфель күтәреп йөрөргә тура килмәҫ ине. Бөгөн иһә дәреслектәр, уҡыу кәрәк-яраҡтарының сифаты һәм улар һалынған рюкзактың ауырлығы ла тикшереүсе хеҙмәттәр күҙәтеүендә.
Баланың физик сәләмәтлеген хәстәрләү портфель, мәктәп формаһы, аяҡ кейемен дөрөҫ һайлап алыу менән генә тамамланмай. Уҡыусы өсөн дәрес шарттарының ла уңайлы булыуы мотлаҡ. Иҫке парталар заман талаптарына тап килмәй икән, яңыларын алырға ваҡыт.
Башҡортостанда етештерелгән махсус мебель илдең иң алыҫ төбәктәрендә лә ихтыяж тапҡан. Мәктәп кластары өсөн парта өлгөләре йыш яңыртылып тора. Фабрика хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, балалар өсөн эшләнгән өҫтәл-ултырғыстар матур, уңайлы, ныҡ булырға һәм теремек ҡулланыусыларҙың шаян-ҡыйратыусы хәрәкәттәренә бирешмәҫкә тейеш.
Цехта көнөнә 100 парта етештерелә. Һәр өҫтәл дизайндан башлап йыйып әҙерләнгәнсе ете этап үтә. Рәсемдәгене ғәмәлгә ашырыу бер аҙнала башҡарыла.
Белем биреү өлкәһенә кәрәк йыһаздар парта менән генә сикләнмәй. Бына ошо заманса ҡоролма күсмә сенсор бүлмәһе тип атала. Балалар баҡсаһында ул уйын-ара белем үҙләштереү өсөн ҡулланыла, мәктәптә уҡытыусылар менән уҡыусылар уны тәнәфестә ял итеп алыу сараһы булараҡ файҙалана ала.
Бөгөн әүҙем ҡулланыш тапҡан техника өлгөләре башҡала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендәге күргәҙмәгә сығарылды. Уҡыуҙан тыш ялға, тәнәфестә физик күнекмәләргә ҡыҙыҡһыныу уятыу мөһим. Балаларҙы заман уйынсыҡтарынан айырырға робот ярҙам итә ала, ти уҡытыусылар.
Кәңәшмәлә иһә мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыу сифатлы белем алыуға уңайлы шарттар булдырыуҙан ғибәрәт, тип билдәләнде. Өлгөргән шәхес тәрбиәләү өсөн белем биреү баҫҡыстарының күсәгилешлеге тәьмин ителә. Балалар баҡсаһы, мәктәп, һөнәр үҙләштереү уртаҡ йөкмәткегә килтерелә. Һәләт, белем, һөнәр алғанда сәләмәтлекте һаҡлап ҡалыу ҙа мөһим. Яҡын киләсәктә мәктәптәрҙе бер сменалы тәртипкә күсереү йөкләмәһе тап ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Был үҙ сиратында уҡыу йорттарында өҫтәмә урындар булдырыу, яңы мәктәптәр төҙөү бурысын ҡуя.