Рөстәм Мәрҙәнов – Маяҡта

Тулыраҡ: Рөстәм Мәрҙәнов – Маяҡта

Бөгөн Өфөлә Маяк радиоһы студияһында ҡунаҡта Республика Хөкүмәте рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов булды. Тура эфирҙа ул Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ республиканың артабан инвесторҙар менән эшләү маҡсаттары, „Башнефть, компанияһы, ОСАГО полистары өлкәһендә барлыҡҡа килгән хәлгә лә туҡталды. Рөстәм Мәрҙәновтың хөкүмәт рәйесе вазифаһында бындай күләмле әңгәмәһе радио эфирында беренсе тапҡыр үтте. Маяк студияһында яҙҙырып алынған программаны бөгөн Рәсәй 24 телеканалының киске эфирында ҡарағыҙ.