Башҡорт ғалимдары асыш яһаған. Стәрлетамаҡ менән Салауат ҡалалары араһындағы һыу ятҡылығында медузалар барлығы асыҡланған. Сөсө һыуҙа йәшәүсе йән эйәләренең шихандар янында ҡайҙан һәм ҡасан барлыҡҡа килеүе әлегә билдәһеҙ. Бәлки улар был урын боронғо океан булған дәүерҙән эзбиз тоҡомдары аҫтында һаҡланып ҡалғандыр. Әле был табышты аңлатыусы һәм медузаларҙың төрөн билдәләй алыусы Рәсәйҙең ғилми-тикшеренеү инститтурынан белгес эҙләйҙәр.
Ғәжәйеп табыш
Тулыраҡ: Ғәжәйеп табыш