Урал аръяғында йөк машиналарының ауырлығын тикшереүсе өс үлсәгес барлыҡҡа киләсәк

Урал аръяғында йөк машиналарының ауырлығын тикшереүсе өс үлсәгес барлыҡҡа киләсәк

Ошо турала республикаға идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров контроль-тикшереү пункттарын тиҙерәк урынлаштырырға ҡушты. Кәңәшмәлә ҡаралған башҡа мәсьәләләр хаҡында хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов.Башҡортостан төбәктәрҙең цифрлы трансформация исемлегендә алтынсы урын яулаған, Волга буйы федераль округында иһә икенсе баҫҡысҡа еткән. Йәғни, республика бер йыл эсендә 32 позицияға күтәрелгән. Рәсәй хөкүмәте йомғаҡ яһаған рейтингта ошо турала билдәләнгән.Республикала бер-нисә аҙна инде циклон ҡоторҙо. Көслө ҡар яуыуы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ вәкилдәренә һәм ябай кешеләргә ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Улар көн һайын ҡар таҙарта, техника иһә алдан яуғанын да сығарып өлгөрмәй башланы. Быны Инцидент-менедмент системаһы ла раҫлай. Уҙған аҙнала халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр буйынса беренсе урынға юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе сыҡҡан. Һауа шарттары ҡатмарлы булыу сәбәпле республиканың бер-нисә трассаһында ваҡытлыса сикләү индерелде. Епшек ҡар яуып, буранлап торғас автобустар, маршрут такси һәм йөк машиналарына юлға сығырға рөхсәт ителмәне. Юлдарҙа боҙлауыҡ һәм тайғаҡ булыу сәбәпле авариялар теркәлде. Уҙған аҙнала юлдарҙа 55 кеше зыян күргән, 2 кеше һәләк булған. Республикала коронавирус менән сирләү кимәле кәмегән. Уҙған аҙнала вирустың 1 мең 691 осрағы теркәлгән, был унан алдағы ете көн менән сағыштырғанда 19 процентҡа аҙыраҡ. Йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрендә 310 карауат әҙерләнгән, уларҙың 34 проценты ғына буш тип иҫәпләнә. Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән сирләүселәр ҙә кәмегән.Коммуналь авария сәбәпле Өфөлә бер-нисә күп фатирлы йорт һәм бер социаль объект һыуыҡ һыуһыҙ ҡалды. Ремонт башҡарыу өсөн бында һыу биреү туҡтатылды. Республика буйынса ла коммуналь авариялар теркәлде. 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән муниципаль берәмектәрҙең урамдарын яҡтыртыу буйынса программа старт алды. Ошо арауыҡта 40 меңдән ашыу заманса яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Әммә программа туҡтап ҡалғайны. Быйыл ул йәнә тергеҙелә. Социаль объекттар, мәктәп һәм балалар баҡсаларына илткән юл-урамдарҙы яҡтыртыу өсөн республика бюджетынан 200 миллион һум бүленә. Өҫтәмә 100 миллион һум йәлеп итеү ҡарала. Радий Хәбиров был мәсьәлә буйынса Өфө һәм Нефтекама ҡалаларын өлгө итеп күрһәтте һәм тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты.Урал аръяғында йөк машиналарының ауырлығын тикшереүсе өс үлсәгес барлыҡҡа киләсәк. Ошо турала Радий Хәбиров белдерҙе. Дөйөм алғанда республикала ошондай 13 пост эшләй. Башҡортостан Башлығы көнъяҡ-көнсығыш райондарҙағы контроль-тикшереү пункттарын тиҙерәк сафҡа индерергә ҡушты.Республикаға идара итеү үҙәгендә Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара Өфө аэропорты эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.