Батырҙар тәрбиәләгән әсәләр

Батырҙар тәрбиәләгән әсәләр

Башҡоростанда ҡатын-ҡыҙ, ғаилә һәм балалыҡҡа ярҙам социаль сәйәсәттең үҙәгендә ҡала. 8-се мартҡа арналған рәсми һәм тантаналы саралар ошоға йәнә бер дәлил. “Торатау” Конгресс-Холындағы уҙған байрам тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин. Уларҙың үткәне, бөгөнгөһө менән киләсәге Башҡортостанға бәйле. Республиканың иң абруйлы һәм арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарын бергә туплаған был сара рәсми осрашыу ғына түгел. Тантана гүзәл заттарға рәхмәт тә белдереү. Гүзәл әсә лә ул, тырыш эшсе лә ул. Бөгөн республикала исеме халыҡҡа таныш булып ханымдар бихисап. Әммә, улар менән бер рәттә торған. Баҫалҡы, ябай, тыйнаҡ ҡатындарҙы оноторға ярамай. Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылынан Мәүлиҙә Зиннурова ил именлеген һаҡлаусы офицер улдар тәрбиәләгән әсә. 8-се мартҡа бағышланған сараларҙа әлеге мәлдә улдары, тормош иптәштәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәр һәм ҡатындарға айырым иғтибар булырға тейеш. Башҡоростан хакимиәте башлығы етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ошо фекерҙә. Төрлө һөнәр эйәләре булыға ҡарамҫтан, улар тәү нәүбәттә – әсәй. Учалы телерадиостудияһы хәбәрсеһе, хеҙмәттәшебеҙ Әнисә Ғиләжева, мәҫәлән, 30 йылға яҡын халыҡҡа халыҡ тураһында һөйләй. Башҡортостанда хакимиәт башлыҡтары араһында беренсе ҡатын-ҡыҙ. Зөһрә Гордиенко эше хәҙер Ҡыйғы менән туранан-тура бәйле. Биләгән вазифаһында талапсан етәксенең ҡатын-ҡыҙ фиғеле үҙенекен итә. Әйткәндәй, Зөһрә Гордиенко хәҙер “Салауат Юлаев” ордены кавалеры. Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалаларынан саҡырылған гүзәл заттар араһында Ҡариҙелдәге Абыҙ ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Солтанова бар ине. Балаларға белем биреүсе мөғәллимә әйтеүенсә, балаларҙың теле “әсәй” тип асылырға тейеш. 8-се мартҡа арналған тантанала республика башлығы Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер төркөмөнә дүләт наградалары тапшырҙы. Исемлектә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова ла бар. Уның күп йыллыҡ эше “Хеҙмәт ҡаһарманлығы миҙалы” менән билдәләнде. 8-се мартҡа арналған тантаналы ултырышта йылы һәм маҡтау һүҙәҙре күп әйтелде. Был һүҙҙәр эштәр менән дә дәлилләнә. Юҡҡа ғына – ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы булып ҡалмай.