Үҫемлектең тамырҙары, япраҡтары, сәскәләр туҡымала

Үҫемлектең тамырҙары, япраҡтары, сәскәләр туҡымала

Киләһе репортаж геройы — Светлана Куликова экопринт технологияһы ярҙамында тәбиғи туҡымаларҙы буяй һәм биҙәктәр төшөрә. Ләйсән Тимербулатова матурлыҡҡа күҙ һалды.Оҫта тәбиғәттән үҙенә оҡшаған бар биҙәктәрҙе йыйып алған да яулыҡтарға күсергән. Әле генә өҙөлгән япраҡтар һәм сәскәләр сағыуыраҡ эҙ ҡалдыра, ти Светлана Куликова. Йәйгеһен үҫемлектәрҙә хлорофил күп, баҡтиһәң.Хатта баш ҡала урамдарында һирәк осраған каштан япрағы ла Светлананың яулыҡтарын биҙәй. Туҡыманың төрөнә ҡарап, төҫтәр ҙә төрлөсә барлыҡҡа килә.Бер үк ағастан алынған япраҡтар ҙа төрлө төҫ бирә.Ҡышты ла бушҡа үткәрмәй Светлана. Кәштәлә һаҡланған бик күп киптерелгән япраҡтар ҡулланыла. Ваҡ япраҡтар араһында абаға айырым башҡа булып күренеп тора. Бөтә кипкән япраҡтарҙы һыуҙа ебеткәндән һуң, туҡымаға йәйеп һалалар. Өҫтөн шыптыр менән ҡаплап төрәләр һәм парҙа тоталар. Әлбиттә, эштең серҙәре күп. Туҡымала шуға күрәлер ҙә мөғжизәле биҙәктәр барлыҡҡа килә. Үҫемлектәрҙең пигменттары туҡымаларҙы буяуҙа ла ҡулланыла.Бер үк ағас ҡабығынан, тамырынан төрлө төҫтәр алырға була, ти оҫта.Ҡарап та, тотоп та туймаҫлыҡ яулыҡтар. Был яулыҡты ҡыу үләндәр биҙәй – әрем, ҡурай, гипсофила, һары мәтрүшкә һ.б.Ә был яулыҡтағы япраҡтар һуған ҡабығында ҡайнатылған, шуға күрә лә улар ерән төҫтә. Быныһында япраҡтарҙан тыш, сәскәләр ҙә бар – аҡ сәскә, гортензиялар...Хатта көҙҙән ергә төшөп, ҡар аҫтында ҡалған япраҡтар ҙа эшкә китеп бара, улар үҙенсә матур биҙәктәр тыуҙыра.30 йылдан ашыу бухгалтер булып эшләгән Светлана Куликова хаҡлы ялға сыҡҡас башлы-көллө ижадҡа сума. Тағы ла ике ҡатын – тегенсе һәм кейеҙ оҫтаһы менән берләшеп “Тривия” проектын ойоштора. Оҫтаханаларын да хатта экопринт технологияһында эшләнгән ҡорамалар менән биҙәй улар һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәрестәрен үткәрә.