Радий Хәбиров Иранға эш сәфәре барышында был дәүләттең беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлегенә ҙур ышаныс белдерҙе. Башҡортостан менән Иран төрлө тармаҡ-йүнәлештәрҙә бәйләнештәр булдырырға ниәтләй. Хөкүмәт делегацияһының сит ил сәфәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева байҡау яһаны. Боронғо мәҙәниәте менән дан тотҡан Иран Башҡортостанға иҡтисади йәһәттән дә оҡшаш. Санкциялар баҫымына ҡарамай беҙҙең илдәргә хеҙмәттәшлекте яйға һалыу зарур. Радий Хәбиров был сәфәрҙә беҙгә Иранды асыу бурысы тора, тип белдерҙе.Рәсәй менән Иран араһында эшлекле бәйләнеш сиктәрендә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек Иран вәкилдәрен дә ҡыҙыҡһындыра. Ирандың сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Мөхәмәт Мусави “Әлеге сәфәр аша Башҡортостан Республикаһы тураһында тулыраҡ белә аласаҡбыҙ”, — тигән өмөттә. Иран партнерҙарына Радий Хәбиров фәнни-технологик өлкәлә хеҙмәттәшлек тәҡдим итә. Тегерандың халыҡ-ара күргәҙмә комплексында урынлашҡан инновация һәм технологиялар Йортонда Башҡортостан башлығы Иран президенты эргәһендәге халыҡ-ара фәнни-техник бәйләнештәр үҙәге етәксеһе Әмир Хөсәйен Мирабади менән эшлекле осрашыуҙа ҡатнашты. Инновация һәм технологиялар йорто илдең юғары технологик экспорт продукцияһын таныта. 300-гә яҡын төрлө новатор компаниялары 3 мең ярым квадрат метр майҙанда үҙҙәре уйлап сығарған әйберҙәрҙе күргәҙмәгә сығарған. Был машиналар төҙөү, ауыл хужалығы, электроника, һаулыҡ һаҡлау, мәғлүмәт тәьминәте өлкәһендә 800-ҙән ашыу инновация өлгөләре. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан өсөн һәр йүнәлеш тиерлек, етди ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Иран вәкилдәрен Башҡортостан башлығы донъя кимәлендәге Евразия ғилми белем биреү үҙәге сиктәрендә фән менән етештереү кооперацияһы буйынса хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Ирандан Башҡортостанға медицина ҡорамалдарын тапшырыу һәм компьютер анимацияһы өлкәһендә берҙәм проекттарҙы бойомға ашырыу саралары тураһында фекер алышты. Радий Хәбиров Иранда 2023 йылдың майында көтөлгән киләһе эшлекле осрашыуҙа Башҡортостандың анимация буйынса белгестәре лә ҡатнашасағын хәбәр итте. Төбәк етәксеһе осрашыуҙарҙы йомғаҡлап тәьҫораттарын һәм ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрен уртаҡлашты.Тегеранда Башҡортостан Башлығы Ирандың нефть министры урынбаҫары, Ирандың Милли нефть компанияһы идарасыһы Мохсен Ходжасте-Мехром менән осрашты. Һүҙ нефть газ тармағында хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм уртаҡ проекттарҙы бойомға ашырыу тураһында барҙы. Башҡортостан делегацияһы Ирандың мәҙәни, тарихи һәм сәнәғәт объекттарын ҡараны. Радий Хәбиров Иранға турист йүнәлештәрен асыу мөһим, тигән фекерҙә.Ирандың сәнәғәт, сауҙа һәм шахталар министры менән осрашыуҙа һүҙ сәнәғәт хеҙмәттәшлеге, компетенциялар алышыу һәм бәйләнештәрҙең яңы төрҙәрен ғәмәлгә ашырыу тураһында барҙы. Рәсәйҙең Иран Ислам Республикаһындағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе дәүләт-ара хеҙмәттәшлектең сираттағы кимәле – төбәк-ара бәйләнештәр ваҡытлы һәм мөһим , тип баһаланы. Дүшәмбе иртән Башҡортостандың рәсми делегацияһы Иран Ислам Республикаһы президентының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Мохсен Резаи әфәнде менән осрашты. Республика үҙенең иҡтисади һәм инвестицион мөмкинлектәрен танытыу тантанаһын ойошторҙо. Төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлек тураһында эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан делегацияһының эш сәфәре 14 мартта тамамлана.
Сәйәхәтселәр өсөн ожмах иле
Сәйәхәтселәр өсөн ожмах иле