Әлегә һауа судноһы аҙнаһына бер тапҡыр, дүшәмбе оса. Рейстарҙы артабан арттырыу мәсьәләһе пассажирҙар ағымына ҡарап хәл ителәсәк. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, был Башҡортостандан атҡарылған берҙән-бер авиарейс түгел. Өфөнән әлеге ваҡытта Үзбәкстанға, Төркиәгә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Мысырға, Тайландҡа, яҡын сит илдәр — Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстанға ла осорға мөмкин. Киләсәктә Израиль менән Ҡытайға ла рейс асыу тураһында һүҙ бара.
Өфөнән Минскиға тура авиарейс асылды
Өфөнән Минскиға тура авиарейс асылды