Башҡортостанда ташҡын башланыу ваҡытын иғлан иттеләр

Башҡортостанда ташҡын башланыу ваҡытын иғлан иттеләр

Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙән сығып быйыл ҙур һыуҙың 7 апрелдән алып 18-нә тиклемге осорҙа килерен фаразлайҙар. Башҡортостан биләмәһендә ташҡын хәүефе көслө булған 200-ҙән ашыу йылға бар. Йышыраҡ бәләкәй дала йылғалары, шулай уҡ Ағиҙел, Өфө, Дим ярҙарынан сыға. Был турала Башҡоростандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская белдерҙе.Анығараҡ күҙаллауҙар апрель аҙағына билдәле буласаҡ. Ҡотҡарыусылар быйылғы ташҡын миҙгеленә бәйле яңы ҡағиҙәләрҙе иғлан итте. Хәҙер хәүефле зонала йәшәүселәрҙе ваҡытлыса тораҡтарға мәжбүри рәүештә күсереүҙәре ихтимал.