Көтмәгәндә түгел. Әммә башҡалала йәшәүселәр урамдарҙы, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу эше менән ҡәнәғәт түгел. Сөнки зыян күреүселәр байтаҡ. Өфө урамдары буйлап хәбәрсебеҙ Альбина зәйнетдинова үтте.Ҡар төшөп машиналарҙы емергән был кадрҙар бөтә интернетты урап сыҡты. Ысынлап та, үткән аҙнала ҡапыл йылытыу сәбәпле Өфөлә генә тиҫтәләгән ошондай осраҡ теркәлде. Был машинаға, мәҫәлән, водитель светофорҙың йәшел төҫөн көткән арала боҙ ҡатыш ҡар килеп төшә. Хәйер, үҙе ҡурҡыу менән генә ҡотола, Әммә еңел автомобиле эшлектән сыға. Ә бына был кадрҙа ҡыйыҡ башынан боҙ ишек алдына килеп төшә. Артынан шунда уҡ кеше килеп сыға. Ҡыҙ 5 секундҡа алдараҡ ишекте асып сыҡһа хәл аяныслы тамамланыр ине. Республикаға яҙ килде. Көндәр йылыныу менән хәүеф тә артты. Ҡыйыҡ башынан ҡыш буйына йыйылған ҡар-боҙҙар шыуып төшә. Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре көсөргәнешле режимда эшләй. Киров районында ғына ике йөҙҙән ашыу ҡыйыҡ башын ҡарҙан таҙартырға кәрәк. Уртаса бер 2 подъезлы йортто алдан махсус әҙерлек үткән 5 кеше таҙарта.Ҡыйыҡтарҙы таҙартыуға бирелгән ваҡыт та сикле, ҡар тиҙ ирей, был иһә кеше ғүмере өсөн хәүеф тыуҙыра. Әммә кешеләр үҙ иҫәнлеген ҡайғыртып бармай, ти торлаҡ коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, юлдарҙа ла эш ҡайнай. Урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу эшенә бөтә техника йүнәлтелгән. Эш күп, әммә беҙ уны планлы рәүештә башҡарырға тырышабыҙ, ти торлаҡ хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре.Шулай ҙа, температураның ҡапыл күтәрелеүе, башлыса, йәйәүлеләр өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙына. Тротуарҙарҙа боҙ ялтырап ята. Асыҡ урында ҡар тиҙ ирей. Күп ҡатлы йорттар эргәһендә башҡа күренеш. Күләгә төшөү арҡаһында ҡар апрелгә тиклем иремәй ята. Бындар тратуарҙар буйлап йөрөү ысынлап та оло һынауға әйләнә. Һөҙөмтәлә йәрәхәт алыусылар һаны арта. 16 йәшлек Юджин Воробьев та боҙ ҡапҡанына эләккән. Тайып йығылғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым, ти егет. Уға тиҙ арала операция эшләнгән. Йәрәхәте етди, гипс менән ярты йылға тиклем йөрөргә тура киләсәк. Травмотология бүлеге табиптары ла яҙ башланыу менән пациенттарының артыуын күҙәтә. Ололарға ҡарағанда балалар күберәк йәрәхәтләнә. Башлыса аяҡ, ҡул, баш йәрәхәте алғандар мөрәжәғәт итә. Табиптар яҙҙы йәрәхәтһеҙ ҡаршылау өсөн ябай хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен үтәргә саҡыра. Таймаған аяҡ кейеме кейергә, тайып киткән осраҡта дөрөҫ йығыла белергә һәм, иң мөһиме, бер ҡайҙа ла ашыҡмаҫҡа.
Республикаға яҙ килде
Республикаға яҙ килде