Өфөлә мини-футбол буйынса турнир үтте

Өфөлә мини-футбол буйынса турнир үтте

Уйынсылар-табиптар һәм уларҙың пациенттары. Аҡ халатлы фәрештәләр уларға, ә атап әйткәндә уларҙың ағзаларына яңы ғүмер бүләк иткән. Бөтә донъя бөйөр көнөнә арналған сара тураһында киләһе репортаж.Спорт берләштерә. Тәүге голды инедереүселәр – Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы командаһы булһа, икенсе яҡта – уларҙың пациенттары. Сәләмәт һәм әүҙем тормошҡа ҡайтарыуса табиптарға рәхмәтле кешеләр үҙ миҫалында спортты һөйөүҙәрен күрһәтә. Трансплантология уларға ҙур мөмкинлектәр биргән.Иптәштәр матчын ойоштороу идеяһы яңылыҡ түгел. Әммә ағзалары күсереп ултыртылған кешеләрҙән генә торған команданың йыйылыуы тәүгә. Турнир Бөтә донъя бөйөр көнө айҡанлы үткәрелде. Уның маҡсаты — кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, ниндәй ҙә булһа ағзаны алмаштырғандан һуң да, тулы тормош менән йәшәп була икәнен иҫбатлау. Сөнки спорт йәшәтә лә, йәшәртә лә. Сәләмәт тормош яҡлы замандаштырыбыҙ бындай иптәштәр матчын даими уҙарырға йыйына.