Йомғаҡлау ғәмәле булараҡ Башҡортостан төбәктең хеҙмәттәшлек өсөн асыҡ мөмкинлектәрен танытты. Республика башлығы белдереүенсә, Башҡортостан Иран менән тығыҙ бәйләнеш тоторға ниәтләй. Тегерандағы осрашыуҙар һәм килешеүҙәр тураһында ентекләберәк хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева әҙерләгән сюжет.Боронғо мәҙәниәте менән данлыҡлы Иран Башҡортостан өсөн сәйәхәттәр ҙә, иҡтисади бәйләнештәр мөмкинлеге менән дә ҡыҙыҡлы. Санкциялар баҫымы беҙҙең илдәргә хеҙмәттәшлекте яйға һалырға ҡамасауламай. Радий Хәбиров Башҡортостанға Иранды, Иранға Башҡортостанды асыу ниәте әүҙем бойомға ашырыла башланы, тип белдерҙе.Иран Ислам Республикаһы Рәсәйҙең сәйәси һәм иҡтисади теләктәше, хеҙмәттәшлек ике дәүләтте лә бер кимәлдә байыта, тип билдәләргә мөмкин. Рәсәйҙең Иран Ислам Республикаһындағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе дәүләт-ара хеҙмәттәшлектең сираттағы кимәле – төбәк-ара бәйләнештәр бөгөн ваҡытлы һәм мөһим, тип белдерә. 40 йылдан ашыу ҡаты сикләү шарттарында үҫешкән Иран бөгөн иҡтисади санкцияларҙы еңергә, хатта дәүләттең бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итергә мөмкин икәнен иҫбатлай. Иранда нефть эшкәртеү сәнәғәте үҫешә, ил эсендә тауар етештереү юғары кимәлдә. Һуңғы өс йылда Иран менән Рәсәй сауҙа әйләнеше өс тапҡырға артҡан. Был күрһәткескә тиҙҙән Башҡортостан дә үҙ өлөшөн индерә ала. Әлегә республика менән Иран араһында тауар әйләнеше күләме 100 миллион доллар икән, Радий Хәбиров Ирандың сәнәғәт, шахталар һәм сауҙа министры Сәйет Реза Фатеми-Әмин менән осрашыуҙа был күрһәткесте һиҙелерлек арттырыу мөмкинлеге бар, тип белдерҙе.Башҡортостан хеҙмәттәшлекте нефть газ сығарыу һәм эшкәртеү тармағында һәм фәнни-технологик өлкәлә лә киңәйтергә тәҡдим итә. Тармаҡ вуздары әҙер. Ирандың вице-президенты Мохсен Резаи менән осрашыуҙа Башҡортостандың сәнәғәт ҡаҙаныштарын “Иран ойл шоу” Халыҡ-ара күргәҙмәһендә танытыу тураһында килешелде. Иран эшлекле даирәләре иһә Өфөләге “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһенә йыйына. 2023 йылдың көҙөндә, Республика көнө алдынан, Башҡортостанда Иран көндәрен ойоштороу көтөлә. Ауыл хужалығы министрлығындағы осрашыу һөҙөмтәләре буйынса бер нисә килешеү ҡарала. Башҡортостандан Иранға һыйыр ите оҙатыласаҡ. Жәүәт Садати-Нежад “Хәләл” стандарты буйынса әҙерләнгән иттең тәүге биш мең тоннаһын һатып алыуҙа ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Әлегә тиклем был илгә республиканан иген менән үҫемлек майы оҙатылған. Иран эшҡыуарҙары хәҙер урман сәнәғәте тауарҙары һатып алырға һәм ағас эшкәртеүсе берҙәм предприятиелар ҡорорға теләй. Ислам республикаһының фәнни даирәләре орлоҡсолоҡ һәм тоҡомсолоҡта биотехнология ҡаҙаныштарын уртаҡлашырға әҙер. Башҡортостан иһә минераль ашламалар һәм биоҡушымталар тәҡдим итә. Осрашыуҙа шулай уҡ Иран инвесторҙарына ауыл хужалығы ерҙәрен бүлеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Төбәк баҙары Иран йәшелсә-емештәренә мохтаж.Тегерандың халыҡ-ара күргәҙмә комплексында урынлашҡан инновация һәм технологиялар Йортонда Башҡортостан башлығы Иран президенты эргәһендәге халыҡ-ара фәнни-техник бәйләнештәр үҙәге етәксеһе Әмир Хөсәйен Мирабади менән эшлекле осрашыуҙа ҡатнашты. Инновация һәм технологиялар йорто илдең юғары технологик экспорт продукцияһын таныта. 300-гә яҡын төрлө новатор компаниялары 3 мең ярым квадрат метр майҙанда үҙҙәре уйлап сығарған әйберҙәрҙе күргәҙмәгә сығарған. Был машиналар төҙөү, ауыл хужалығы, электроника, һаулыҡ һаҡлау, мәғлүмәт тәьминәте өлкәһендә 800-ҙән ашыу инновация өлгөләре. Иран үҙенең бай тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылары менән Башҡортостан өсөн бай сәйәхәт йүнәлешенә әйләнергә мөмкин. Тарихи һәйкәлдәрҙән тыш Ирандың Фарсы ҡултығы ярында мөһабәт пляждар киң танылған. Илдә хәүефһеҙлек саралары иң юғары кимәлдә ойошторолған. Туризм башланғыстарын бойомға ашырыуҙың беренсе аҙымын Радий Хәбиров Өфөнән Тегеранға тура авиарейс асыуҙа күрә. Төбәктең иҡтисади һәм инвестицион мөмкинлектәрен танытыу тантанаһында Ирандың сауҙа, руда эшкәртеү һәм ауыл хужалығы палатаһы генераль секретары Бахман Эшги Башҡортостан делегацияһына йөкмәткеле осрашыуҙар һәм уртаҡ проекттарҙы бойомға ашырыу йәһәтенән эшлекле тәҡдимдәр өсөн рәхмәт белдерҙе. Сәфәр йомғаҡтары буйынса Иран республикаһы менән берлектә эшсе төркөм ойоштороласаҡ. Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенә Иран менән хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән аныҡ аҙымдарҙы билдәләгән “юл картаһын” төҙөү йөкләмәһен бирҙе.
Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегацияның Ирандағы эш сәфәре тамамланды
Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегацияның Ирандағы эш сәфәре тамамланды