Синоптиктар яҙғы ташҡын буйынса аныҡ мәғлүмәт еткерҙе

Синоптиктар яҙғы ташҡын буйынса аныҡ мәғлүмәт еткерҙе

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларының иң юғары кимәле норманан 10-15 процентҡа түбәнерәк фаразлана. Бындай осраҡта Өфө янындағы түбән урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Ә бына ташҡындың иң көслө ваҡытында ялан һәм таулы йылғалар буйында урынлашҡан ауылдарға һыу инеүе мөмкин. тәүге күҙаллауҙар хәбәрсебеҙ сюжетында. Йылғаларҙа боҙ тығындарын булдырмау маҡсатында махсус хеҙмәттәр боҙ өҫтөн ҡарайтыу һәм боҙҙо бысыу менән мәшғүл. 20 муниципалитетта хәүеф тыуҙырған ошондай 47 урын иҫәпләнә. Хәрбиҙәр иһә йылғаларҙағы боҙҙо шартлата башланы. Тәүге ошондай эштәр Шишмә районында Өршәк йылғаһында башҡарылды. Һыу баҫыу ҡурҡынысы булған биләмәләрҙә халыҡ менән аңлатыу эше алып барыла, кешеләр иҫәбе алына, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы күсереү мәсьәләһе хәл ителә. Халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары ла контролгә алынған.Ташҡынға Башҡортостандың бөтә предприятие-ойошмалары, министрлыҡ-ведомстволары әҙерләнә. Төп көстәр составына 15 меңдән ашыу кеше һәм өс меңдән ашыу техника һәм йөҙөү саралары инә. Барлыҡ был техника ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булып, йылғалар ярҙарынан сыҡһа халыҡҡа ярҙамға ашығырға тейеш. Башҡортостанда ташҡын башланыу ваҡыты билдәле булды. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙән сығып быйыл оло һыуҙың 7 апрелдән алып 18-нә тиклемге осорҙа килерен фаразлайҙар.Республика биләмәһендә ташҡын хәүефе көслө булған 200-ҙән ашыу йылға бар. Йышыраҡ бәләкәй дала йылғалары, шулай уҡ Ағиҙел, Өфө, Дим ярҙарынан сыға. Был турала Башҡоростандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская белдерҙе.Башҡортостанда яҙғы ташҡын ваҡытында һыу кимәле даими контролдә буласаҡ. Төбәктә гидропостар һаны арттырылып, 57-гә еткерелгән. Йомағужа, Павловка һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстарында бындай ҡоролмалар тәүге тапҡыр урынлаштырылған. Уҙған йылда күпселек осраҡта ҡар һыуҙары йорттарҙы һәм ихаталарҙы баҫҡан. Шуға ла муниципалитеттар ҡарҙы сығарыу, юл буйҙарындағы канализация системаларын таҙартыуға иғтибар бүлә. Яҙғы ташҡынға бәйле беренсе мәғлүмәттәр 25 мартта иғлан ителә. Әлегә тыныслыҡ һаҡлау кәрәк, тип белдерә ҡотҡарыусылар. Әммә, әйберҙәрҙе йыйнап, төрлө хәлгә әҙер булырға ла кәрәк, тип иҫкәртә белгестәр. Был көндәрҙә республикала бөтә хеҙмәт һәм көстәрҙең әҙерлеген тикшереү дауам итәсәк.