Өфөлә халыҡ шағиры Рәми Ғарипов интернет-сайты презентацияланды

Өфөлә халыҡ шағиры Рәми Ғарипов интернет-сайты презентацияланды

Глобаль селтәрҙә хәҙер әҙиптең ижадына һәм тормош юлына арналған айырым сайт эшләй. Яңы ресурс төбәктең тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән Башҡортостан башлығы грантына булдырылған. Сайтты архив материалдары, документтар менән байытыуға шағирҙың балалары ҙур көс һалған. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре лә күләмле проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән. Сайтты яңы материалдар менән байытыу һәм хеҙмәтләндереү буйынса яуаплылыҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт республика гимназия-интернатына тапшырылды. Интернет-проекттағы мәғлүмәттәр башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрә.